1 октябрь, шәмбе көнө, ғәҙәти булмаған күренеш күптәрҙе аптырауға төшөргәндер. Алдан юл-патруль хеҙмәте ҡысҡырып бара, уның артынан - велосипедсылар сафы һуҙылған. Был көндө веломиҙгелде ябыу һәм театр миҙгелен асыуға арналған "Велосипедта ял" тип аталған сара уҙҙы. Уны Салауат башҡорт дәүләт драма театры ҡала хакимиәте ярҙамы менән ойошторҙо. Йәмғеһе 300-ҙән ашыу кеше йыйылды. Шуныһы ҡыуаныслы, олоһо ла, кесеһе лә ихлас ҡатнашты. Тимәк, кешеләр сәләмәт тормошҡа ынтыла, ялын файҙалы итеп үткәрергә тырыша. "Газпром нефтехим Салауат" йәмғиәте, Салауат һыу каналы, Трамвай идаралығы, Яңы салауат ТЭЦ-ы, 21-се мәктәп, "Йәштәш" клубы айырыуса әүҙемлек күрһәтте. Тамашаны ситтән күҙәтеүселәрҙең йөҙҙәрендә лә йылмайыу балҡыны. "Афарин! Ҡайһылай шәптәр!" тигәнерәк һүҙҙәр ишетелде.
Бөгөн театрҙа М.Кәримдең "Ерҙәштәр" премьераһына ҡағылышлы матбуғат конференцияһы уҙғарылды. Был сарала актерҙар Гөлшат Зыязетдинова (Башҡортостандың халыҡ артисткаһы), Рафаэль Ғәйнуллин, театрҙың баш режиссеры Зиннур Сөләймәнов, реклама бүлеге мөдире Радик Ғиззәтов һәм инсценировка авторы, ҡуйыусы режиссер Антон Федоров (Мәскәү ҡалаһынан) ҡатнашты. Хәбәрселәр төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙар биреп, тулы яуаптар алды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ПРЕМЬЕРА 10-11 мартта буласаҡ!!! Барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ!!! Билеттар иҫәпле генә ҡалды...
Талант ҡанаттары талмаһын!!!
Салауат башҡорт дәүләт драма театрының "Арлекин" балалар студияһы 2014 йылдың 17 октябрендә йәш актерҙар Радик Ғәлиуллин, Лиана Ниғмәтуллина, Гөлнара Сабитова ҡул аҫтында тәүге ҡанаттарын ҡаға. Бында 5-тән алып 14 йәшкә тиклемге һәләтле балалар һайлап алына. Улар илаһи сәнғәт йорто тупһаһын тәүтәпҡыр атлап үтеүҙән үк ижад донъяһына сума.
Студия етәкселәре малай-ҡыҙҙарға актерҙар менән бер рәттән ҙур сәхнәгә сығыу, артабан спектаклдәрҙә уйнау, төрлө фестивалдәрҙә һәм бәйгеләрҙә ҡатнашыу кеүек маҡсаттар ҡуя. Ошонан башлап арлекинсылар ҙур тырышлыҡ һәм ҡыҙыҡһыныу менән театрға ашҡына. Улар бер йыл ғына шөғөлләнеүҙәренә ҡарамаҫтан, бихисап сараларҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып та өлгөргән. Ошо кѳндәрҙә Ѳфѳлә үткән «Талант ҡанаттарында» исемле фестивалдә "Арлекин" балалар студияһы еңеүҙәр менән ҡайтты. Был мәртәбәле конкурсты Рәсәй балалары һәм үҫмерҙәренең һәләтен үҫтереүгә мѳмкинселек биреүсе «Таланттар планетаһы» фонды ойошторған. Сәнғәт бәйгеһендә күрше ѳлкәләрҙән һәм республикабыҙҙың күп кенә ҡала-райондарынан бихисап ижади коллективтар ҡатнашҡан.
"Арлекин" балалар студияһы күптән түгел генә Стәрлетамаҡта уҙған "Комедийная хоромина" фестивалендә беренсе дәрәжә дипломы һәм ике номинацияла еңеү менән бүләкләнгәйне. Әле килеп Халыҡ-ара кимәлдәге фестивалдә беренсе урын яулап ҡайтыуҙары һѳйѳнѳслѳ хәбәр булды. Улар мәртәбәле баһалама ағзаларына А.Гриндың "Алһыу елкән" повесы буйынса "Ассоль" этюдын күрһәткән. Әйткәндәй, яҡташтарыбыҙҙы Мәскәүҙән килгән билдәле сәнғәт әһелдәре, режиссерҙар, театр белгестәре ҡараған.
Еңеүселәр менән осрашыуға барғанда күҙҙәре янып торған балаларҙың шатлыҡтары йөҙөнә сыҡҡайны. Диана Шәрипова, Никита Мельников, Миләүшә Сәфиуллина, Альберт Хисмәтуллин, София Сургучева, Юстина Фенина, Дарья Сидорина, Рината Әхтәмова, Ангелина Андреева, Есения Бывальцева, Владислав Швыдский өсөн был ярыш яңы ҡанаттар ҡуйған. Уларҙың барыһын да етәкселәре Радик Ғәлиуллин бергә туплап, һәр кемдең һәләтен асып, хыялдарына ҡанат ҡуйып, сихри театр донъяһының серҙәрен төшөндөрөүгә ярҙам итә. Иң мөһиме ул ошо кескәй артистарҙың сәхнәлә тере образдар тыуҙыра алыуға өлгәшә. Студия етәксеһе билдәләүенсә, яҡын арала улар өр-яңы спектакль әҙерләп, тамашасы хөкөмөнә сығарырға әҙерләнә. Салауаттың талантлы балаларына артабан да юғары үрҙәр, ижади уңыштар теләйбеҙ.
Василий Шукшин
«Шукшин» (12+)
хикәйәләр
Режиссер - Антон Федоров
Сценограф, музыкаль яҡтан биҙәүсе - Антон Федоров
Костюмдар буйынса рәссам – Наталья Юганова
Балетмейстер- Лилиә Зәйнышева
Руссанан башҡортсаға тәржемә авторы - Гөлсәсәк Саламатова
М.Кәрим «Ерҙәштәр»
"Ауыл адвокаттары" повесы буйынса
тормош хикмәттәре
Инсценировка авторы, ҡуйыусы режиссер, сценограф - Антон Федоров
Костюмдар буйынса рәссам – Наталья Юганова
Музыкаль яҡтан биҙәүсе – Алексей Айги, Антон Федоров
Дамир Йосопов "Ҡырмыҫҡа иләүе"
лирик комедия
Спектакль Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығының гранты ярҙамында ҡуйылды
Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы режиссер - Айҙар Зарипов
Сәхнәгә ҡуйыусы рәссам - Лилиә Сөләймәнова
Музыкаль яҡтан биҙәүсе - Яҡуп Шәрипов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы
Ш.Шәкүрова "Гөлкәйҙең бәхете"
мелодрама
Ҡуйыусы режиссер – Лиана Ниғмәтуллина
Художник – Рөстәм Баймөхәмәтов
Композитор – Диләрә Ғәбитова
И.Абдуллин "Эх, Өфө ҡыҙҙары"
музыкаль комедия
Спектакль Бөйөк Еңеүҙең 70-йыллығына арнап ҡуйылды.
Ҡуйыусы режиссер: Зиннур Сөләймәнов
Рәссам: Рөстәм Баймөхәмәтов
Композитор: Илшат Яхин
Балетмейстер: Сулпан Асҡарова
Б.Аппаев "Ҡыҙын алдым ҡосаҡҡа"
комедия
Ҡуйыусы режиссер – Азат Нәҙерғолов,Башҡортостандың халыҡ артисы
Рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов
Композитор – Сейдаш Сесенбаев
Хореограф – Элвира Даутова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы
Зиннур Сөләймәнов "Уйын аҙағы"
йәштәр өсөн социаль драма
Ҡуйыусы режиссер – Зиннур Сөләймәнов
Рәссам– Рөстәм Баймөхәмәтов
Композитор – Вәсил Ғафаров
Хореограф – Элвира Даутова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы