Печать

Гөлшат Ибраһим ҡыҙы Зыязетдинованың (Башҡортостандың халыҡ артисткаһы) атаһы тураһында хәтирәләре:
Атайым Әхмәров Ибраһим Әхмәр улы Благовар районы Күсәрбай ауылында тыуған, алты бала араһында, икенсеме, өсөнсөме бала булып. Революция ваҡыты булған. Директор булып эшләү дәүерендә атайым өйҙә тормай торғайны, кисен йоҡларға ғына ҡайта торғайны. Гипертония ауырыуы менә ауырыһа ла , дауаланыуҙы ҡайғыртмаған, кеҫә тулы больничныйҙары йөрөгән. Тырышып эшләгәндәрҙер, күрәһең. Эштәрен хуплап, бүләктәр биргәндәр. Тәүҙә аттарҙы, һуңынан йөк машиналарын, артабан полуторка машинаһын, "Кубань" автобусын бүләк итәләр театрға. Атайымды 1945-се йылдарҙа кавалер ордены, ике тапҡыр знак почета менән бүләкләгәндәр. Юҡҡа ғына бирмәгәндәрҙер инде. Һуғыш башланғас та бронь алмаған. Уны ауырыуы арҡаһында комиссовать иткәндәр. Башта Дәүләкән театрында эшләгәндә директор вазифаһын биреп үрләткәндәр. Белеүебеҙсә, ул йылдарҙа тәүгеләрҙән булып фронтҡа киткәндәрҙең күбеһе әйләнеп ҡайтмаған. Ә атайым иҫән ҡалған бит инде. Политрук булып эшләгән. Театрҙы яптырмаҫ өсөн Салауат театрына директор булып киренән эшкә ҡайтҡан.


Ауырғазы театры Салауат ҡалаһына күсеп килгәндә мин беренсе синыфты бөткәйнем. Шул йылдың йәйендә йөк машинаһына бөтә мөлкәтебеҙҙе, хатта ҡаҙҙарыбыҙҙы, кәзәләребеҙҙе тейәп Салауат ҡалаһының Гагарина урамындағы 33-сө йортона килеп төштөк. Атайым бөтә артистарға ла алты фатирҙан урын әҙерләп көтөп тора ине, килгәс тә һәр ғаиләгә асҡыстарҙы таратып бирҙе. Ул ваҡыттарҙа ҡалаға күп халыҡ күсенеп килде. Торорға урындары булған артистар Ауырғазыла тороп ҡалдылар, беҙҙең менән килмәнеләр. Салауат ҡалаһына күсеп килеү менән яҡын тирәләге Ишембай, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларын хеҙмәтләндереү мөмкинселеге асылды. Театр теле менән әйткәндә, Салауат театры электән «театр на колесах» булған. Һәр ижад миҙгеле ябылғандан һуң ике ай ярым, һуңынан ял итеп алғас тағы ике ай ярым буйына гастролдәр дауам иткән. Атайымдың Салауат ҡалаһын һайлауының икенсе сәбәбе - уның милли батырыбыҙ исемен йөрөтөүе һәм театр ҙа шул уҡ исем менән аталасағы ла булғандыр. Театрға Өфө сәнғәт училищеһын бөтөрөп бер төркөм артистар килгән. Уларҙы атайым үҙе барып һайлап алған. Улар араһында танылған артистар Сәйфуллиндар ғаиләһе, Ғәлиә Әмирханова, Рафаэль Сәлихов. Улар Мирхәйҙәр Фәйзиҙең "Ғәлиәбаныу", Хәбибулла Ибраһимовтың "Башмағым", Кәрим Тинчуриндың "Зәңгәр шәл" спектаклдәрендә иҫ киткес образдар тыуҙыра ине. Атайым да артист булып та эшләне. Уға бигерәк тә байҙарҙы, мөһәбәт кешеләрҙе уйнаү килешә ине. Баязит Бикбайҙың "Шоңҡар" трагедияһында Арыҫланбайҙы уйнаны ул. Был спектаклгә репетициялар ғинуар айында ҡаланың Космонавтар бульвары урамында баракта (тәүге стационар) бара ине.  Геройының үлергә тейеш булған урынында, "ҡояшымды урланылар..." тигән һүҙҙәр менән йығылған һәм был донъянан китеп барған. Был уның һуңғы һүҙҙәре булған. Театрҙың баш режиссеры Вәзих Кашап улы: ышандырып маташаһың тип ынтылһа, атайым ысынлап та үлгән булған бит инде... Салауат театрын һуғыш йылдарында һаҡлап алып ҡалыуы, уның мәгелек юйылмаҫлыҡ ҡаҙанышы. Артистарына сит ҡалаға килеп төшөү менән фатирҙар хәстәрләп ҡуйыуы, үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй. Уның ярҙамы аша Кәлимуллиндар, Ғәләүетдиновтар, Фәхриевтар, Сәйфуллиндар, Баяновтарға, Шакировтар фатирлы булдылар. Беҙҙең фатирҙың бер бүлмәһендә өләсәйем менән Финзирә апай Сафина йәшәне. Һуңынан килеүсе артистарҙан Флүрә Ниғмәтуллина, Бакировтар ғаиләһе, Вәкилә Ҡалмантаевалар беҙҙә тороп киттеләр тәүге мәлдә. Атайым иҫән саҡта өйгә алып ҡайта ине. Һуңынан әсәйем йәшәтте. Беҙҙең фатирҙар бер подъезда ине. Ҡала шарттарына ауылдан килгән халыҡҡа танһыҡ ҡына ине, ожмах булып тойолдо. Ата-әсәйҙәр гастролгә киткәндә, бөтә артист балалары майҙансыҡҡа сығып, улар уйнаған спектаклдәрҙе уйнай инек. Ойоштороу эштәрен мин алып бара инем. Шунан гастролдән ҡайтыр ваҡыт етһә, беҙ, машина килеп туҡтаған тауышты ишетеү менән, өйҙәребеҙгә таралышабыҙ ҙа, йоҡлағанға һалышып ятабыҙ. Каникул ваҡытында атай-әсәйҙәр беҙҙе лә оҙайлы гастролдәргә алып китә торғайнылар.

 

Атайым менән әсәйем һөйләүе буйынса, һуғыш йылдарында артистарға ла бик ауырға тура килгән. Атайым хатта костюмдар өсөн театрға алынған туҡымаларҙан артистарға, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарға кейем, күлдәктәр тектергән. Тимәк кейергә кейем булмаған тигән һүҙ. Нисек тә булһа, һуғышты үткәреп, театрҙы һаҡлап алып ҡалғандар. Хатта һуғыш ваҡытында театрҙа ҡалған ете актриса һәм бер үҫмер егет тураһында легенда ла йөрөй. Белеүегеҙсә, был хаҡта театрҙың етмеш биш йыллыҡ юбилейына драматург Нәжиб Асанбаев тарафынан махсус пьесса яҙылып, сәхнәләштерелде. Спектакль уңышлы килеп сыҡты. Ул ваҡытта эшләп килгән күп театрҙар (бигерәк тә халыҡ театрҙары) эшләүен туҡтатҡан. Әлеге көндә беҙҙең республикала Салауат башҡорт дәүләт драма театры, Сибай башҡорт дәүләт драма театры һәм Өфө дәүләт академия драма театрҙары ғына ҙур юбилейҙарын билдәләй.
Атайым яҙыусылар, режиссерҙар менә ҙур бәйләнештә булды. Спектаклдәрҙән һуң банкеттар беҙҙә үтә ине. Тынғыһыҙ директор, коммунист ине, коммунист партияһын ныҡ баһалай ине, сирләгән саҡтарында ла эшләргә тырышты, партияға тоғро булып йәшәне. Хәтеремдә, Һуңғы юлға оҙатҡанда, Төҙөүселәр мәҙәниәт һарайы алдында туҡтап киттеләр, уның хеҙмәтенә тоғро булыуы хөрмәт йөҙөнән. Халыҡ күп ине. Уны яраталар ине. Спектаклдәргә тулып килә торғайнылар.  Классик әҫәрҙәр ул ваҡытта Нефтселәр мәҙәниәт һарайында гөрләп барҙы. Сабир Шәрип улы исемле рәссам шәп ине. Декорацияны тултырып эшләй ине. Сәхнә биҙәлешенә айырым ҡул сабалар ине. Атайым актер булып эшләһә лә, директор эшенә ныҡ яуаплы ҡарай ине. Ауырыуы арҡаһында уны алыштырып та ҡаранылар. Уның урынына килгән кешеләр күп эшләмәне. Яңынан атайыма үҙ вазифаһына ҡайтырға тура килә ине. Шулай итеп, уның егерме биш йыллыҡ директорлыҡ хеҙмәт стажы йыйылған. Күп йылдар дауамында эшләүенең сере - уның артистарҙы ысын күңелдән, балалары кеүек яратыуындалыр моғайын...
Минең актерлыҡ һөнәрен һайлауымды, институт тамамлап, эшләп китеүемде атайым, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күрә алманы.


Категория: Директорҙар
Просмотров: 1802