Печать

Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы һәм ҡала йәмәғәтселеге ҙур юғалтыу кисерҙе. 2009 йылдың 21 июнендә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны, Салауат ҡалаһының маҡтаулы гражданы, 1977 йылдан 1997 йылға тиклем театрыбыҙҙы етәкләгән ижади шәхес, ойоштороу һәләте, тырышлығы һәм егәрлеге менән хеҙмәттәштәрен һоҡландырып йәшәгән Марс Шәрип улы Яппаров беҙҙең аранан китеп барҙы.

Ҡалабыҙҙа ғына түгел, республикала ла уны күптәр беләлер. Марс Шәрип улының туранан – тура хеҙмәттәшлеге һәм инициативаһы менән 1993, 1995 йылдарҙа республика "Театр яҙы" һәм Халыҡ-ара "Берҙәмлек" фестивалдәре уҙғарылды. Салауат ҡалаһы мәҙәни коллективтарының Ҡытай Халыҡ Республикаһына гастролдәре ойошторолдо. СГБДТ-ның директоры булараҡ, Марс Шәрип улы театрҙы һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү өсөн күп көс һалды. Уның тырышлығы менән театрыбыҙ 1992 йылда үҙенең бинаһына эйә булды. Ул етәкселек иткән йылдарҙа Салауат театры үҙенең сағыу репертуарын булдырҙы һәм был спектаклдәр театр тарихында ғына түгел, ә республикабыҙ мәҙәни тормошонда ла ҙур бейеклектәргә ҡаҙанды.
Марс Шәрип улы Яппаров 1936 йылдың 1 февралендә Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында донъяға килгән. 1959 йылда Салауат индустриаль техникумын тамамлай. Салауат нефть эшкәртеү берекмәһенең торлаҡ-коммуналь ойошмаһында начальник булып эшләгән, оҙаҡ йылдар берекмәнең "Спутник" пионер лагерен етәкләгән. Марс Шәрип улының ойоштороу һәләтен иҫәпкә алып, уны Салауат башҡорт драма театрына директор итеп тәғәйенләйҙәр һәм ул 20 йыл буйы ҡалабыҙҙың театр сәнғәте үҫешенә арымай-талмай хеҙмәт итә.
Марс Шәрип улы ғүмеренең күп йылдарын етәксе урындарҙа эшләһә лә, үҙенең кешелеклелеге ҡул аҫтында эшләүселәрҙе, уларҙың биләгән вазифаларына ҡарамайынса, берҙәй хеҙмәт итә белеүе һәм һәр кемгә яҡшы, изгелекле мөнәсәбәтле булыуы менән айырылып торҙо. Ул өлгөлө ғаиля башлығы, хәстәрлекле атай һәм олотай булараҡ та яҡындарының хөрмәтен һәм һөйөүен яуланы.
Марс Шәрип улы Яппаровтың яҡты иҫтәлеге хеҙмәттәштәренең һәм яҡындарының күңелендә театрға бирелгән кеше булып мәңгегә хәтерҙә ҡалыр. Ауыр тупрағы еңел булһын.

 


Категория: Директорҙар
Просмотров: 1912