Печать

Софокл "Әҙип хан"
Айҙар Хөсәйенов инсценировкаһы
трагедия


Ҡуйыусы режиссер - Олег Ханов, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең һәм Салауат Юлаев исемендәгеДәүләт премиялары лауреаты
Ҡуйыусы рәссам - Альберт Нестеров, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Композитор – Урал Иҙелбаев, Ш.Бабич исемендәге Йәштәр дәүләт премияһы лауреаты

 


Был донъяла һәр кешенең яҙмышы маңлайына һырлап яҙылған, тиҙәр. Күпте күргән оло Әүлиәнең күрәҙәлеген Әҙип хан урап үтә алырмы? Аслыҡтан һәм ярлылыҡтан интеккән халҡының бығауҙарын Әҙип хан сисә алырмы? Тәүҙә үҙенә ярҙам итә алһасы хан... "Һин үҙең үҙеңә дошман", - ти уға Әүлиә... Эсендә ятҡан хәҡиҡәт, тормош дөрөҫлөгө түҙә алмаҫлыҡ ауыр йөк булып иңенә төшә бисара хандың... Олег Хановтың спектаклендә нигеҙендә боронғо грек драматургия әҫәре түгел, ә ваҡыт аша һынау үткән, беҙҙең еребеҙгә ерләштерелгән Эдип тураһындағы миф ята.


Спектаклдә Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңдулла Иҙрисов, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Әминов, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Яҡуп Шәрипов, Нәүфилә Яҡупова, Наҙгөл Иҫәнбаева, Фәтих Ҡолһарин һәм театр артистары Мираҫ Йомағужин, Риф Мусин, Альберт Ғөбәйҙуллин, Револь Ғималов, Ләйсән Хисаметдинова ҡатнаша.


Категория: архив
Просмотров: 6193