Печать

З.Бураҡаева «Ҡорҡот атаның һуңғы йыры»
спектакль-притча

Ҡуйыусы режиссер - Зиннур Сөләймәнов
Художник- Рөстәм Баймөхәмәтов
Композитор – Илшат Яхин, Вәсил Ғафаров
Балетмейстер – Әлфинә Нәбиева

 

Нәҫер жанрына нигеҙләнеп сәхнәлештерелгән спектакль уғыҙ төрөктәренең бар донъяға билдәле "Ҡорҡот Ата китабы"ның ун икенсе йыры буйынса ҡуйылды. Был йырҙа эске уғыҙҙар менән тышҡы уғыҙҙар араһында булған ыҙғыш арҡаһында Бәйрәк бейҙең үлеүе хаҡында бәйән ителә. Байтаҡ төрки халыҡтар ижадында, шул иҫәптән башҡорттарҙа, Ҡорҡот Ата – бөйөк сәсән, йыраусы, бағымсы, әүлиә ҡарт булып һынландырыла. Сәхнә әҫәрендә Ҡорҡот Ата менән бәйле башҡорт легендалары, ҡот ҡойоу йолаһы сағылдырыла.

Ролдәрҙе башҡаралар:
Ҡорҡот Ата – Риза Мәһәҙиев (Башҡортостандың халыҡ артисы)
Аруҙ – хан – Фәтих Ҡолһарин (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы)
Ҡазан-хан – Мираҫ Йомагужин
Ҡулбаш - Рафаэль Ғәйнуллин
Бәйрәк- Вадим Ҡылысов
Банусәсәк – Гөлнара Сабитова
Бағымсы – Нәуфилә Яҡупова (Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы)





Категория: архив
Просмотров: 4945