Печать

Л. Разумовская "Ҡәҙерле Елена Сергеевна"
Йәштәр өсөн драма


Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы режиссер – Эдуард Шаихов
Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Музыкаль яҡтан биҙәүсе композитор – Ләйсән Шәрипова

 

"Мин һеҙҙең наҙанлығыҙҙы һәм аҡылығыҙ менән бер нәмә лә эшләй белмәүегеҙҙе төшөнөп, тәрән ҡәнәғәтләнеү тойғоларын кисерҙем. Хушығыҙ, ҡәҙерле класташтарым! Их, һеҙ, йәнһеҙ ҡурсаҡтар, һеҙҙе ғүмер буйына ептән тартып ҡына йөрөтәсәктәр. Ҡайһы саҡта тарихта шәхестең урыны һәм йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланығыҙ! Ә Елена Сергеевнаға ҡайнар сәләм! Адье!" Үҙен ер кендегеләй бөйөк шәхес итеп күреүсе Володяның ошо һуңғы һүҙҙәрендә йәш кешенең ҡот осҡос әхлаҡ төшөнсәһе ята. Йәш экспериментатор ҙа, уның класташтары ла оло тормошҡа аяҡ баҫыу алдында тора. Оҙаҡламай улар мәктәп менән хушлашасаҡ. Ә бөгөн дүрт сығарылыш класс уҡыусыһы "маҡсатҡа ирешеу өсөн бөтә саралар ҙа яраҡлы" тигән принципҡа таянып, өлкәндәр уйынын уйнай.
"Ҡәҙерле Елена Сергеевна" спектәкле – мәңгелек һорауҙар тураһында уйланырға саҡырыу: яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, мөхәббәт һәм хыянат, быуындар араһындағы конфликт... Һәр бер кешене уйландырған иҫәпһеҙ – һанһыҙ һорауҙар... Был һорауҙарға яуаптар ҙа бер төрлө түгел.
Драманың финалы тетрәндергес... Ошо киҫкен ваҡиғаларҙың нисек тамамланыуы тураһында һорау асыҡ ҡала...

Спектаклдә ҡатнашалар: Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Нәүфилә Яҡупова, артистар: Рафаэль Ғәйнуллин, Мирас Йомағужин, Әмир Үтәбаев, Рәмзиә Мәҡсүтова, Нәркәс Йомағужина, Револь Ғималов.


Категория: архив
Просмотров: 3899