Печать

 

Т.Миңнуллин "Шулай булды шул..."
комедия


Ҡуйыусы режиссер - Олег Ханов¸ Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең һәм Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премиялары лауреаты
Ҡуйыусы рәссам - Альберт Нестеров
Композитор – Ләйсан Шәрипова
Балетмейстер – Риф Ғәбитов, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты

 


"Бына шулдай булды шул: берҙән бер көндө Алмаз үҙе лә күреп белмәгән ҡыҙға өйләнде лә ҡуйҙы... Боронғо йолалар ҡоло түгел егет. Былай ғына килеп сыҡты был хәл: армиянан өйөнә ҡайтышлай, дуҫының ата-әсәһен күреп сығам, тигәндә генә, юл уңайынан. Юл, тигәндәй... Шәп кенә машина бүләк итәм, тип һүҙ биргәйне теге ҡыҙҙың атаһы. Ғүмерен шул тимер атҡа алмаштырырға әҙер кешегә, етә генә ҡалды! Нимә булды һуң был – ябай осраҡлыҡмы, әллә яҙмыш бүләгеме? Егеткә үҙ йөрәген аңлап, өлөшөнә төшкән көмөшө - мөхәббәтен ҡулынан ысҡындырмаҫ өсөн күп кисерештәр аша үтергә тура килә..."


Ябай ғына ауылдағы бик үк ябай булмаған ваҡиғаны һеҙгә һөйләйҙәр: Рафаэль Ғәйнуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Наҙгөл Иҫәнбаева, Науфилә Яҡупова, Яҡуп Шәрипов, Гөлфирә Сәфиуллина, Фәтих Ҡолһарин, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңдулла Иҙрисов, Башҡортостандың халыҡ артистары - Риза Мәһәҙиев, Гөлшат Зыязетдинова, Гөлсәсәк Шәрипова һәм Рим Зыязетдинов.

 


Категория: киске
Просмотров: 3873