Печать

Н. Асанбаев "Ете ҡыҙ"
тарихи драма


Ҡуйыусы режиссер – Айрат Әбүшахманов,Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Композитор – Афарим Аҡсурин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Музыкаль яҡтан биҙәүсе – Илшат Яхин

 


Ете ҡыҙ ине улар...
Етеһе бер туғандай,
Яуға киткән йәрҙәрен
Өҙөлөп һағынғанда ла,
Ас-яланғас ҡалғанда ла,
Ыжғыр елле буранда ла,
Томра, селлә, эҫелә лә
Изге сәхнә, тип янған,
Вәғәҙәгә тоғро булған,
Аһ-зарҙары менән уйып,
Тарих яҙған һылыуҙар –
Ете ҡыҙ – ете йондоҙ...
Ил бәрәкәте улар...  ( Наилә Сәфәрғолова)


Спектаклдә ҡатнашалар: Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Миндулла Иҙрисов, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлсәсәк Шәрипова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары  Нәүфилә Яҡупова, Ләйсән Кәримова, Наҙгөл Иҫәнбаева, Гөлфирә Сәфиуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Әминова, Рәмзиә Мәҡсүтова, Айһылыу Лоҡманова, Нәркәс Йомағужина.


Категория: киске
Просмотров: 4261