Печать


Башҡорт дәүләт драма театрында уның ветераны, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Әминовтың күркәм юбилейы уңайынан кисә үтте. Рим Әминов Салауат башҡорт дәүләт драма театрына Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас та килә. Шул ваҡыттан бирле ул Салауат сәхнәһендә төрлө ролдәр башҡара. Сәхнәгә, театрға ул бала сағынан уҡ ғашиҡ. Рим Әминовтың бала сағы һәм йәшлеге үҙешмәкәр осорона тура килә һәм башта балалар труппаһында, аҙаҡ йәштәр төркөмөндә һәм уҡытыусылар коллективы менән сәхнәлә байтаҡ тамашаларҙа ҡатнаша ул.

Салауатҡа килгәс, 1970 йылда беренсе тапҡыр сәхнәлә Әнғәм Атнабаевтың "Балаҡайҙарым" спектаклендә Дамир ролен башҡара. Был осор шул тиклем күңелемдә уйылып ҡалған, беренсе улыма ла ошо тәүге персонажымдың исемен ҡуштым, ти ул. Артабан һәләтле һәм тырыш егеткә төрлө жанрҙағы төп һәм эпизодик ролдәр тапшыра башлайҙар. Ул тыуҙырған образдар ҙа бөйөклөк тә, драматизм һәм комизм да, шәфҡәтлелек, тәбиғелек тә йәнәш. Мәҫәлән, "Башмағым"да Кәрим бай, бай тормош тәжрибәһе булған Кейәү ("Кейәү"), халҡымдың быуаттар аҡылын сағылдырған Абдулла ("Бабай урлау") һәм оҫта образдар Рамазан ("Упҡын ситендә"), Рәжәп ("Әбейҙәргә ни етмәй") һәм башҡалар. М.Задорновтың "Иреңде миңә бир" сатирик комедияһындағы Азат роле сәнғәт эшмәкәрҙәренең юғары баһаһына һәм тамашасылар һөйөүенә лайыҡ булды. Рим Әминевтың һуңғы йылдарҙағы эштәре уның талантының юғары профессиональ кимәлдә булыуына дәлил. 1989 йылда юғары ижади уңыштары өсөн Рим Әминов "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы", ә 1993 йылда "Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
Юбилей кисәһендә театр коллективы, Рим Фәйзрәхман улының туғандары, яҡындары, ҡала ойошмалары етәкселәре лә ҡотлау сәләмдәре менән сығыш яһаны.
БР мәҙәниәт минситры урынбаҫары Шамил Абдраков Рим Әминовҡа сәнғәт өлкәһендә оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт иткәне өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ә Башҡортостан Республикаһының театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Әхтәм Әбүшахманов юбилярға К.Станиславский миҙалын тапшырҙы.
- Рим Фәйзрахман улы менән беҙ бер курста уҡыныҡ. Ул беҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙҙы, әле булһа, кәңәштәрен бирә. Тормош иптәше менән ул театрҙа танышты. Һуң өйләнһә лә ҡатынынан уңды ул. Зөһрә апай менән улар ул һәм ҡыҙ үҫтерҙеләр. 40 йыл ғүмерен ошо Салауат театрына арнаны. Артабан да ижади эшендә уңыштар, һаулыҡ теләйем, - ти Әхтәм Әхәт улы. Кисәлә Рим Әминев ҡатнашлығында спектаклдән өҙөктәр күрһәтелде. Театр артистары сәхнәне йыр-моңға күмде, ә музыка колледжы студенттары бейеү менән залда ултырыусыларҙың күңелен күтәрҙе.

 

 


Просмотров: 714