Печать

 


"Балалар балалар өсөн уйнай" проекты сиктәрендә 11 декабрҙә Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә К.Чуковский әҫәре буйынса "Тараҡан" әкиәтенең премьераһы булып үтте. Спектаклде "Арлекин" балалар студияһының йәш артистары сәхнәләштерҙе. Ҡуйыусы режиссер - Радик Ғәлиуллин, хореограф - Гөлнәзирә Сәфиуллина.

Премьера көнө тамаша залы шығырым тулы ине. Йәш артистарыбыҙ (Альберт Хисмәтуллин, Никита Мельников, Миләүшә Сәфиулллина, Юстина Фенина, Рината Әхтәмова, Ангелина Андреева, Есения Бывальцева, Артем Мизгулин, Анастасия Кондрашова, Александра Алешина, Яна Арыҫланбәкова, Юлиә Ғәбиҙуллина, Полина Киселева, Ксения Герасимова) бик тулҡынландылар, әммә был кисерештәр матур сығыш яһарға һис тә ҡамасауламаны. Бына тамаша башланды. Тараҡан урман-ҡырҙар батшаһы булып ала ла, бөтә хайуандарҙы үҙенә буйһондора, барыһын да ҡурҡытып тота. Хайуандарға ажғырланып ташланғанда балалар ысын күңелдән хафаланды, уның тырнағынан иҫән-һау ҡотолһалар, ихлас шатланды. Уҫал Тараҡанды кем еңәсәген йәш тамашасылар түҙемһеҙлек менән көттө. Спектакль барыһына ла хуш килде.

Йәш артистарыбыҙҙы премьералары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!!! Уларға тик уңыштар, тағы ла матур ролдәр теләйбеҙ!!!

 

 


Просмотров: 1070