Печать

 

16 декабрҙә театрыбыҙҙың  актеры Ринат Ибәтуллиндың 60 йәшлек юбилейы айҡанлы матур ижад кисәһе үткәрелде. Ринат Лотфулла улы билдәле һүҙ оҫтаһы булараҡ төрлө авторҙарҙың йөрәккә үтеп инерлек шиғырҙарын һөйләне, спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтте. Юбиляр ошо әҫәрҙәр аша үҙенең йәшлеген, мөхәббәт хистәрен, олоғайыу осорон күрһәтте.

Ринат Ибәтуллиндың һәр сығышы моңло скрипка, гитара, ҡурай сыңдары менән оҙатылды. Шулай уҡ тамашаны Башҡортостандың халыҡ артистары Риза Мәһәҙиев, Гөлсәсәк Шәрипова һәм йәш актриса Нәркәс Йомағужина матур йырҙары биҙәне. Кисәнең икенсе өлөшөндә юбиляр үҙенең дуҫтарынан, туғандарынан, коллегаларынан ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итте. Тамашасылар бик оҙаҡ ҡул саптылар, Ринат Лотфулла улының ижады менән һоҡландылар.

 

 


Просмотров: 1295