Печать

Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары билдәле сит ил авторы Рей Куниҙың  "№13" исемле комедияһы өҫтөндә эш башланылар.

Ҡуйыусы режиссер - Эдуард Шахов, рәссам – Нурия Ғәбиҙуллина (Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы), хореограф – Алина Мостаева.

Урыҫ теленә Михаил Мишин, башҡорт теленә Гөлнара Хәлфитдинова тәржемәһе.

Англия драматургы Рей Куниҙың "№13" әҫәре (оригинал исеме "Out of Order") 1991 йылда яҙылған. Был пьеса 1999 йылда британ критиктары менән ыңғай баһалана һәм Лоуренс Оливье премияһына лайыҡ була. 2000 йылда Европала иң шәп комедия тип таныла. 2001 йылда режиссер Владимир Машков "№13" әҫәрен А.П.Чехов исемендәге МХАТа сәхнәһендә ҡуя. 

«Спектаклдең сюжеты ябай. Британ премьер-министрының ярҙамсыһы Ричард Уилли үҙенең Джейн исемле секретаре менән ҡала ҡунаҡханаһының 13-сө һанлы бүлмәһендә аулаҡҡа ҡалалар. Һөйәркәләр ҡапыл был бүлмәлә үлек ир кәүҙәһен табалар.Күрәһең, ул тәҙрәгә ҡыҫылып ҡалған бур була. Көтмәгәндә килеп сыҡҡан был бәлә уларҙы хурлыҡҡа килтерергә мөмкин. Шуға күрә Ричард үҙенең ярҙамсыһы Джордж Пигден менән төрлөсә мәйетте йәшерергә тырышалар. Ләкин һәр бер эшләнгән аҙым хәлде бутай ғына. Ҡунаҡхананың идарасыһы, һуңынан Ричард Уиллиның ҡатыны, секретарь Джейндың көнсөл ире килеп кереүҙәре бөтөнләй хәлде хөртәйтә. Ә инде мәйеттең ҡапыл...Әлегә был сер булып ҡалһын...»

Спектаклдең премьераһы 2017 йылдың 10,16,21 мартында буласаҡ. Рәхим итегеҙ!


Просмотров: 473