Печать

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 85 йыллыҡ юбилейына арналған видеоконкурста беҙҙең артистарыбыҙ ҙа ҡатнаштылар. Сарала бөтә республика әүҙем ҡатнашҡан,редакция хеҙмәткәрҙәре меңдән ашыу видоеяҙма ҡабул иткән. Әлбиттә,улар араһынан иң-иңдәрен һайлап алыу жюри ағзаларына еңел булмағандыр.

17 мартта бәйгегә йомғаҡ яһалды, номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде.Ойоштороу комитеты ҡатнашыусыларҙы Өфөгә байрамға саҡырҙы. Улар өсөн милли музейҙа фәһемле экскурсия, "Халҡым теле-миңә хаҡлыҡ теле" исемле түңәрәк өҫтәл, "Башҡортостан" дәүләт концерт залында бик бай күргәҙмә ойошторола. Сараның икенсе өлөшө "Быуындарға ялғап быуындарҙы, илде, телде тотҡан һүҙем бар" исемле шиғриәт байрамы менән тамамлана.
Шулай итеп, ижади конкурстың йомғаҡлау сараһында беҙҙең йәш артисыбыҙ Рафаэль Ғәйнуллин (18-35 йәштәр араһында) 1-се урын, ә Ринат ағай Ибәтуллин (56 йәштән өлкөндәр араһында) 3-сө урын яулайҙар. Улар дипломдар һәм китаптар менән бүләкләнәләр. Беҙ уларҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!!

 

 


Просмотров: 666