Печать

 

25 мартта Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаэль Сәлихов арабыҙҙан китте. 11 апрелдә уға 85 йәш тулыр ине...
Рафаэль Ғирфан улы Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында тыуған. Башҡорт театр-сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң, Ауырғазы колхоз-совхоз театрына эшкә ебәрелә. 1956 йылда Салауат ҡалаһына күсерелә. Ул 53 йыл ғүмерен ошо коллективҡа бағышлап, әллә күпме сағыу образдар ижад итә. Лирик-романтик пландағы актер, башлыса, төп ролдәрҙе башҡара. Быға уның моңло тауышы ла булышлыҡ иткәндер. «Ғәлиәбаныу»ҙағы Хәлил, «Зәңгәр шәл»дәге Булат, «Аршин мал алан»дағы Аскер, «Ҡара йөҙҙәр»ҙәге Закир һәм башҡа әллә күпме образдары менән тамашасы һөйөүен яулай. Тап өшө йүнәлештәге тырыш хеҙмәте уны алдынғы артистар рәтенә сығара, танылыу яулата.

Рафаэль Ғирфан улы йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, күп йылдар театрҙың музей мөдире була, әҙәби бүлек менән етәкселек итә. Ижади ҡаҙаныштары өсөн «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була, «БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы» исеме бирелә.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Рафаэль Ғирфан улы туған коллективы менән бәйләнеште өҙмәй, театр актерҙары өсөн абруйлы хеҙмәттәш, ә тамашасы өсөн яратҡан артист булып ҡала. Уға яманлашыу, тауыш күтәреү кеүек сифаттар хас түгел. Киреһенсә, моң тулы йөрәге менән сәхнәләрҙән кешеләргә йылылыҡ, сафлыҡ тарата. Хеҙмәттәштәре һәм дуҫтарының хәтерендә ул театрға тоғро кеше булараҡ һаҡланыр.

Рафаэль Сәлихов Ҡырмыҫҡалы районы иҫке Муҫа ауылында ерләнгән.


Просмотров: 1049