Печать

 

19 майҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 84-се ижад миҙгелен сит ил яҙыусыһы Рэй Куниҙың «№13» (режиссеры - Эдуард Шахов) исемле спектакле менән тамамланы.
2016-2017 театр миҙгеле бик емешле һәм сағыу ваҡиғаларға бай булды. Был осорҙа өс спектакль ҡуйылды: В.Шукшин «Шукшин» (режиссеры-А.Федоров), Р.Куни «№13» (режиссеры- Э.Шахов), Д.Голубецкий инсц. «Золушка» (режиссеры-Л.Нигматуллина). Шулай уҡ "Рәсәй Федерацияһы башҡорттары" дәүләт программаһы сиктәрендә, коллектив Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренә гастролдәр менән сыҡты. 

Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Әминов, театрыбыҙҙың артисы Ринат Ибәтуллин үҙҙәренең юбилей кисәләрен театрлаштырылған тамаша менән билдәләп үттеләр. Театр коллективы төрлө фестивалдәрҙә лә ҡатнашып үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтте. Мәҫәлән, "Шукшин" спектакленә Волга буйы һәм Урал театрҙарының Бөтә Рәсәй фестивалендә Мәскәү, Ульяновск, Ҡаҙан вәкилдәренән торған жюри ағзалары юғары баһа ҡуя. Һәм, әлбиттә, миҙгелдәге иң ҙур ҡаҙаныштар - ул "Театр яҙы" республика фестивалендә "Ерҙәштәр"ҙең "Иң яҡшы спектакль" һәм Радик Ғәлиуллиндың "Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле" номинацияларныа лайыҡ булыуы.Театрҙың балалар менән алып барлыған эшен дә айырым билдәоәп үтергә кәрәк. Йыл һайын сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларға хәйриә акцияһы ойошторола. "Арлекин" өлгөлө театр студияһы балаларҙа театрға һөйөү тәрбиәләп, сәнғәт нескәлектәренә төшөндөрөп кенә ҡалмай, өйрәнгән оҫталыҡтарын күрһәтеп конкурстарҙа ла еңеп сыға.

Миҙгелде ябыу тантанаһында "Йылдың иң яҡшы актеры" театр премияһын тапшырыу ҙа үтте. Быйыл был маҡтаулы исемгә өс актер лайыҡ булды. Улар Мостай Кәримдең "Ерҙәштәр" спектаклендәге ҡарттар ролдәрен башҡарған РФ-ның атҡаҙанған, БР-ҙың халыҡ артисы Миндулла Иҙрисов, БР-ҙың халыҡ артисы Рим Зыязетдинов, РБ-ҙың атҡаҙанған артисы Яҡуп Шәрипов.

Театр үҙ миҙгелен япҡан хәлдә лә, эшен туҡтатмай әле. Йәйге осорҙа артистарыбыҙ спектаклдәр менән балаларҙы ҡыуандырасаҡ. Тамашаларҙы Салауат балалары өсөн дә, ситтәге лагерҙарҙа, шифаханаларҙа ла күрһәтеү планлаштырылған. 

84-се ижад миҙгеле тамам, киләһе осрашҡанға тиклем, дуҫтар!!! 85-се, юбилей сезоны, 6 октябргә тәғәйенләнгән.


Категория: Яңылыҡтар
Просмотров: 2672