Печать

 

Быйыл «Берҙәм Рәсәй» партияһы бәләкәй ҡала театрҙарына яңы спектаклдәр ҡуйыу, тауыш, яҡтыртыу ҡорамалдары алыу өсөн аҡса бүлгән. Проектта алты, шул иҫәптән беҙҙең театр ҙа ҡатнаша. Өҫтәүенә, Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 85 йәшлек юбилейын да билдәләй. Әле театрҙа ике премьераға әҙерлек бара. Оҙаҡламай Александр Островскийҙың «Глумов» спектакле ҡуйыласаҡ. Шул йәһәттән, театрҙа матбуғат конференцияһы уҙғарылды.

Осрашыуҙа Мәскәү режиссеры Антон Федоров, ижади коллектив менән идара итеүсе Рөстәм Фазылов, төп ролде башҡарыусы Рафаэль Ғәйнуллин һәм актриса Рәмзиә Мәҡсүтова ҡатнашты. Театр коллективы өсөн рус яҙыусыһының әҙәбиәте бер ҙә сит түгел. Сөнки былтыр сәхнәлә Василий Шукшиндың хикәйәләре сәхнәләштерелгәйне.
Рөстәм Рамазан улы әйтеүенсә, Островскийҙың ижады милли театрҙар өсөн бик яҡын. Антон Федоров та тәҡдимгә шатланып риза булған.
- Салауат театры артистары шул тиклем талантлы, һәләтлеләр. Улар менән эшләүе рәхәт. Бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ. Тел беҙҙең өсөн кәртә түгел. Ниндәй фразаны әйтеүҙәрен йөҙҙәрен уҡып беләм. Рус классигының был әҫәре бөгөнгө көн өсөн бик актуаль. Был юлы ҡәҙимге сәхнәләштереү булмаясаҡ, уны үҙенсәлекле итергә тырышабыҙ. Юҡ-юҡ, замансаға әйләндермәйәсәкбеҙ. Ун туғыҙынсы быуат уртаһында барған хәл-ваҡиғаларҙы нисек бар, шулай һүрәтләйбеҙ. Спектаклдең бөтә серҙәрен асып бөтмәйем. Тамашасылар театрға килеп ҡарағас, үҙҙәре белер, - тип йылмая ул.
Спектакль башҡорт телендә бара. Уны Сәрүәр Сурина тәржемә иткән. Әммә уйнаусы актерҙарға, авторҙың телен халыҡҡа аңлайышлы итеп еткереү өсөн, үҙҙәренең төҙәтмәләрен индерергә тура килгән.
Ролдәрҙе Рафаэль Ғәйнуллин, Рөстәм Фазылов, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Гөлфирә Сәфиуллина, Нәүфилә Яҡупова, артистар Нәркәс һәм Мирас Йомағужиндар, Риф Мусин, Айһылыу Лоҡманова, Рәмзиә Мәҡсүтова, Лиана Ниғмәтуллина, радик Ғәлиуллин, Әмир Үтәбаев башҡара. Режиссер билдәләүенсә, актерҙарҙы яҡшы белгәнгә күрә, ролдәрҙе бүлеүе ҡыйын булмаған.
Төп ролде башҡарыусы Рафаэль Ғәйнуллиндан: «Ни өсөн тап һиңә Глумов ролен тапшырҙылар?» тип һорайым.
- Роль, әлбиттә, ҡатмарлы. Әммә холоҡ-фиғелем менән тап шул Глумовҡа оҡшағанға күрә ул еңел бирелде. Ҡайһы берҙә, был минең турала яҙылған да инде тип, йылмайып ҡуям. Төп теманы ябай, шул уҡ ваҡытта дөрөҫ итеп асырға тейешбеҙ, - тип яуап бирҙе йәш актер.
Әле театрҙа алһыҙ-ялһыҙ репетициялар бара. Актерҙар тамашасының күңелен күрер өсөн бар тырышлығын һала. «Глумов» үҙ тамашасыһын көтә. Премьера 11 һәм 21 ноябрҙә күрһәтеләсәк.

 

 


Категория: Яңылыҡтар
Просмотров: 490