Печать

 

Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 85 йыллыҡ олпат юбилейын билдәләй. Шул уңайҙан "Салауат" гәзите конкурс иғлан итте.

Шиғыр яҙыу һәләте бирелгән ололар һәм балалар театрға бағышланған ижад емештәрен тәҡдим итә ала. Эштәр 1 февралдән 1 майға тиклем ҡабул ителә. Шиғырҙарығыҙҙы гәзиттең электрон адресына (Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.) ебәрһәгеҙ ҙә була, шулай уҡ редакцияға ла килтерергә мөмкин.
Еңеүселәр театрҙың юбилей кисәһендә иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнәсәк. Һеҙҙән матур, эстәлекле, мәғәнәле, ғорурланырҙай әҫәрҙәр көтөп ҡалабыҙ. Талантығыҙҙы күңел төбөнә йәшереп һалып ҡуймағыҙ, яҙышығыҙ, ҡәләмдәрегеҙҙе тирбәлтегеҙ. Театрға булған ихтирамығыҙҙы, һөйөүегеҙҙе белдереү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ!!!
Белешмәләр өсөн тел: 8(3476)32-03-92, 32-47-60

 


Категория: Яңылыҡтар
Просмотров: 779