Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

Талант ҡанаттары талмаһын!!!
Салауат башҡорт дәүләт драма театрының "Арлекин" балалар студияһы 2014 йылдың 17 октябрендә йәш актерҙар Радик Ғәлиуллин, Лиана Ниғмәтуллина, Гөлнара Сабитова ҡул аҫтында тәүге ҡанаттарын ҡаға. Бында 5-тән алып 14 йәшкә тиклемге һәләтле балалар һайлап алына. Улар илаһи сәнғәт йорто тупһаһын тәүтәпҡыр атлап үтеүҙән үк ижад донъяһына сума.
Студия етәкселәре малай-ҡыҙҙарға актерҙар менән бер рәттән ҙур сәхнәгә сығыу, артабан спектаклдәрҙә уйнау, төрлө фестивалдәрҙә һәм бәйгеләрҙә ҡатнашыу кеүек маҡсаттар ҡуя. Ошонан башлап арлекинсылар ҙур тырышлыҡ һәм ҡыҙыҡһыныу менән театрға ашҡына. Улар бер йыл ғына шөғөлләнеүҙәренә ҡарамаҫтан, бихисап сараларҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып та өлгөргән. Ошо кѳндәрҙә Ѳфѳлә үткән «Талант ҡанаттарында» исемле фестивалдә "Арлекин" балалар студияһы еңеүҙәр менән ҡайтты. Был мәртәбәле конкурсты Рәсәй балалары һәм үҫмерҙәренең һәләтен үҫтереүгә мѳмкинселек биреүсе «Таланттар планетаһы» фонды ойошторған. Сәнғәт бәйгеһендә күрше ѳлкәләрҙән һәм республикабыҙҙың күп кенә ҡала-райондарынан бихисап ижади коллективтар ҡатнашҡан.
"Арлекин" балалар студияһы күптән түгел генә Стәрлетамаҡта уҙған "Комедийная хоромина" фестивалендә беренсе дәрәжә дипломы һәм ике номинацияла еңеү менән бүләкләнгәйне. Әле килеп Халыҡ-ара кимәлдәге фестивалдә беренсе урын яулап ҡайтыуҙары һѳйѳнѳслѳ хәбәр булды. Улар мәртәбәле баһалама ағзаларына А.Гриндың "Алһыу елкән" повесы буйынса "Ассоль" этюдын күрһәткән. Әйткәндәй, яҡташтарыбыҙҙы Мәскәүҙән килгән билдәле сәнғәт әһелдәре, режиссерҙар, театр белгестәре ҡараған.
Еңеүселәр менән осрашыуға барғанда күҙҙәре янып торған балаларҙың шатлыҡтары йөҙөнә сыҡҡайны. Диана Шәрипова, Никита Мельников, Миләүшә Сәфиуллина, Альберт Хисмәтуллин, София Сургучева, Юстина Фенина, Дарья Сидорина, Рината Әхтәмова, Ангелина Андреева, Есения Бывальцева, Владислав Швыдский өсөн был ярыш яңы ҡанаттар ҡуйған. Уларҙың барыһын да етәкселәре Радик Ғәлиуллин бергә туплап, һәр кемдең һәләтен асып, хыялдарына ҡанат ҡуйып, сихри театр донъяһының серҙәрен төшөндөрөүгә ярҙам итә. Иң мөһиме ул ошо кескәй артистарҙың сәхнәлә тере образдар тыуҙыра алыуға өлгәшә. Студия етәксеһе билдәләүенсә, яҡын арала улар өр-яңы спектакль әҙерләп, тамашасы хөкөмөнә сығарырға әҙерләнә. Салауаттың талантлы балаларына артабан да юғары үрҙәр, ижади уңыштар теләйбеҙ.

2004 йылдың 7 майында Салауат ҡалаһында тыуған. Әлеге көндә 1-се лицейҙа уҡый.

2007 йылдың 22 авгусында салауат ҡалаһында тыуған. Әлеге көндә 24-се мәктәптә уҡый.

 

2005 йылдың 14 апрелендә салауат ҡалаһында тыуған. Әлеге көндә 24-се мәктәптә уҡый.

 

2004 йылдың 25 майында Салауат ҡалаһында тыуған. Әлеге көндә 24-се мәктәптә уҡый.

 

2005 йылдың 24 майында Салауат ҡалаһында тыуған. Әлеге көндә 24-се мәктәптә уҡый.

 

2008 йылдың 17 мартында Салауат ҡалаһында тыуған. Әлеге көндә 13-сө мәктәптә уҡый.

 

2005 йылдың 17 октябрендә Салауат ҡалаһында тыуған. Әлеге көндә 24-се мәктәптә уҡып йөрөй.

 

2004 йылдың 5 декабрендә Салауат ҡалаһында тыуған. Әлеге көндә 2-се кадет мәктәбендә уҡый.

Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru