А. Чехов "Аҡҡош йыры"
Бер шаршаулы драматик этюд
Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы режиссер – Олег Ханов, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Рәсәй Федерацияһының һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Музыкаль яҡтан биҙәүсе композитор – Тамара Пикулева
"Театр – һәр актер өсөн ижад һарайы, изгеләрҙән – изге урын. Һинең тормошоң, һинең намыҫың үҙеңде бағышлаған ошо сәхнәлә сағыла. Һинең яҙмышың сәхнәгә бәйләнгән. Ошо ижад һарайына сикһеҙ хөрмәт менән ҡара һәм башҡаларҙа лә уға ҡарата хөрмәт уят. Изгелек ҡыл, булдыра алмаһаң – кит!". Күренекле артист М.С. Щепкиндың ошо һүҙҙәрен режиссер Олег Ханов үҙенең "Аҡҡош йыры" исемле спектакленә эпиграф итеп алған.
Спектаклдә ваҡығалар төпкөлдәге бер театрҙа бара. Үҙенең ижад кисәһенән һуң төндә башы ауыртып уянып киткән ҡарт артист Василий Васильич Светловидов иҫтәлектәргә бирелә. Уға – 68 йәш... Бөтә ғүмере ошо сәхнәлә үткән. Уҙған йылдарына әйләнеп ҡарағас, ул аяуһыҙ хәҡиҡәтте төшөнә: "Ғүмерем үтеп киткән! Үҙ асылымды, үҙ талантымды кешеләргә еткерә алдыммы һуң?! Юҡ... Тормош ваҡлыҡтарына, әрәмгә үткәргән көндәр ағышында мин үҙ талантымды юғалтҡамын..."
Был ролде башҡарыусы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Олег Закир улы Ханов тамашасыларға: "Сәнғәт булған ерҙә талант була. Ә талант булған ерҙә ҡартлыҡ та, яңғыҙлыҡ та, ауырыуҙар ҙа, хатта үлем дә юҡ!" – тигән фекерҙе еткерергә тырыша.
Спектаклдә ҡатнашалар: Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Рәсәй Федерацияһының һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Олег Ханов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Ләйсән Кәримова, артистар: Рәмил Ишемғолов, Айһылыу Лоҡманова.