Ә.Атнабаев "Ул ҡайтты"
драма
Ҡуйыусы режиссер - Олег Ханов¸ Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рсәйҙең һәм С.Юлаев исемендәгеДәүләт премиялары лауреаты
Ҡуйысы рәссам - Альберт Нестеров, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Композитор – Урал Иҙелбаев, Ш.Бабич исемендәге Йәштәр дәүләт премияһы лауреаты
Ул ҡайтты... Ҡайтыр юлы һикәлтәле һәм тайғаҡ, ғүмере лә буталсыҡ һәм ҡатмарлы ине. Алыҫта, йылдар төпкөлөндә ҡалған, бала сағында ялан аяҡ йүгереп үткәргән ерҙәрҙе тағы бер тапҡыр күрергә, тип ҡайтты ул...
Ул ҡайтты. Тыуған тупрағын теҙләнеп үпте. Ҡайтыр улын көтөп, киткән юлына текләп күҙен талдырған, оло ҡайғыһынан, йәш көйө, иртә сәстәре салланған Әсәһе алдында тубыҡланып, кисереү һораны. Һөйгәненең күҙҙәрендә мөхәббәт сатҡыларын эҙләне. Улының йөрәк тибешен тойҙо. Хыялы тормошҡа ашты... Ләкин уның ҡайтыуы әсәһен ғазаплы үлемгә дусар итте. Ә ҡатыны һәм улы өсөн уның ҡайтыуы, йөрәктәге уңалып барған яраларҙы кире ҡуҙғатты. Яҙмышты кире яҙып булырмы? Элекке мөнәсәббәттәрҙе ҡайтарып булырмы икән? Бәхетле була алырмы икән?
Был үтә лә ауыр һорауҙарға яуапты Башҡортостандың халыҡ артистары Гөлшат Зыязетдинова, Гөлсәсәк Шәрипова, Риза Мәһәҙиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Яҡуп Шәрипов, Фәтих Ҡолһарин, Наҙгөл Иҫәнбаева, Гөлфирә Сәфиуллина, артистар Ғәлим Сәлихов, Айһылыу Лоҡманова, Револь Ғималов, Ләйсән Хисаметдинова, Риф Мусин эҙләп ҡарай.