Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

Туфан Миңнуллин "Риүәйәт"
Мөхәббәт хаҡында риүәйәт


Ҡуйыусы режиссер - Олег Ханов, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең һәм Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премиялары лауреаты
Ҡуйыусы рәссам - Альберт Нестеров,Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Композитор – Урал Иҙелбаев, Ш.Бабич исемендәге Йәштәр дәүләт премияһы лауреаты
Балетмейстер-хореограф – Риф Ғәбитов, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Светлана Ғәбитова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы


Хикәйәттең нигеҙендә мәңгелек мөхәббәт темаһы ята. Гөлһылыу менән Ихтиярҙы тыуғас та йәрәштерәләр, һәм хәҙер ун етеләре тулғас улар өйләнешергә тейеш. Ләкин ҡыҙҙың үҙенең һөйгәне бар, ә егет бөтөнләй был илаһи хистең нимә икәнен дә белмәй. Нимә эшләргә? Ата-олатайҙарының һүҙенән сыҡмай, улар ҡушҡанса йәшәргәме, йә иһә үҙ йөрәгеңде тыңлап бәхетеңә табан атларғамы? Ябай һорау түгел. Әлбиттә, доньяның үҙ ҡанундары бар, кешеләр шул ҡанундарға таянып йәшәргә күнеккән, әммә ләкин саф мөхәббәттең сихри көсө ул ҡанундарҙы үҙгәртә лә һәм төҙәтә лә ала.

Спектаклдә ҡатнашалар: Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңдулла Иҙрисов, Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары: Нәүфилә Яҡупова һәм Наҙгөл Иҫәнбаева, шулай уҡ театрҙың йәш артистары Ғәлим Сәлихов, Риф Мусин, Револь Ғималов.

Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru