З.Хәким "Һөйәркәм килгән... Ни эшләргә?"
комедия
Ҡуйыусы режиссер, композитор - Яҡуп Шәрипов¸ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Ҡуйыусы рәссам - Альберт Нестеров, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
"Фәндәс менән Сажиҙәнең тормошо емерелергә генә тора. Былай ҙа еңел булмаған хәлде ауырайтып улар юлында Зәйнәп менән Рәшит – был икәүҙең "дуҫтары" - хасил була. Ғаилә усағы – йорт ысын мәғәнәһендә театрға әүрелә. Бында кемдең кем икәнлеген аңлап та, белеп тә булмай. Һәр нәмә әшәке алдаҡҡа бәйләнгән. Әлбиттә, бындай боҙоҡлоҡтарҙы төҙәтер өсөн ярҙамға ... сантехник килә".
Мауыҡтырғыс комедияла Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңдулла Иҙрисов, Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев, Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлсәсәк Шәрипова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Яҡуп Шәрипов ҡатнаша.