1947 йылдың 22 сентябрендә Ауырғазы районы Толбазы ауылында тыуған.
1973 йылда Өфө сәнғәт дәүләт институтын тамамлай. Шул уҡ йылда Салауат башҡорт дәүләт драма театры труппаһына ҡабул ителә. 1990 йылда - "Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы", 2003 йылда - "Башҡортостандың халыҡ артисткаһы" исемдәренә лайыҡ була.
Башҡарған ролдәре:
Рәсимә – «Хыял ҡошом» (Г.Вәлиев, 1974й.)
Әсә – «Ҡанлы туй» (Г. Лорка,1981й.)
Нина – «Һуңғы аҙым» (А. Дударев,1983й.)
Зәлифә – «Әсәләр көтәләр улдарын» (А. Мирзаһитов, 1984й.)
Дилфүзә – «Кисер мине, әсәй!» (Р. Батулла,1985й.)
Суфия – «Бала күңеле далала» (А. Папаян, 1986й.)
Фариха – «Йәшлегем тирәктәре» (К.Аҡбашев,1989й.)
Сәрби – «Башмағым» (Х. Ибраһимов,1990й.)
Ляля Моисеева – «Мөхәббәт хаҡына» (Р.Байбулатов, 1994й.)
Галя – «Сабыр-Сабир мажаралары» ( Г. Башкуев,1996й.).
Сәүиә – «Фатихамды бирмәй китмәм» (Р.Байбулатов, 1997й.)
Зәкиә – «Ярангөл» (Ф.Бүләков, 1998й.)
Екатерина II – «Салауат» (М. Кәрим, 1999й.)
Ғәлимәбану – «Ғәлиябаныу» (М. Фәйзи,2000й.)
Гөлъямал – «Байрам ашы-ҡара ҡаршы» (М.Бағаев,2004й.)
Ҡарт Зәйтүнгөл – «Зәйтүнгөл» (Н. Асанбаев,2005й.)
Тәнкәбикә – «Ай тотолған төндә» (М. Кәрим,2006й.)
Хәлимә – «Шулай булды шул» (Т.Миңнуллин,2006й.)
Хәҙисә – «Ендәрем-өйҙәштәрем» (Р.Кинйәбаев,2007й.)
Шаблова – «Һуңлап килгән мөхәббәт» (Н. Островский,2007й.)
Шәмсинур – «Ул ҡайтты» (А.Атнабаев, 2009й.)
Зарифа – «Ҡартайғанда тыртайған» (М.Бағаев, 2010й.)
Сания – «Бер рәхәттең бер михнәте» (А.Попов, 2011й.)
Мәстүрә - «Ҡыҙҙар килде ауылға» (Н.Ғәйетбаев, 2013й.)
Өммиә – «Әлдермештән Әлмәндәр» (Т.Миңнуллин, 2014й.)
Мәҙинә– «Ҡыҙын алдым ҡосаҡҡа» (Б.Аппаев, 2014й.)
Ҡаҙнагөл – «Һипкелле ҡыҙ» (К.Аҡбашев, 2015й.)
Ҡарсыҡ – «Ерҙәштәр» (М.Кәримдең "Ауыл адвокаттары" повесы буйынса А.Федоров инсц., 2016й.)