2016 йылдың 22 майында театрыбыҙҙың артисы Ринат Ибәтуллиндың күркәм юбилей көнө - 60 йәше. Театр коллективы ысын күңелдән ҡотлай һәм иң-изге теләктәрен еткерә.
Ринат Лотфулла улы Башҡортостандың Борай районындағы тарихта билдәле булған Салҡаҡ ауылында заманы өсөн ул осорҙоң ағымын яҡшы ғына тойомлап, һәүәтемсә генә донъя көтөп йәшәгән ғаиләлә тыуып үҫә. Ринат Ибәтуллин мәктәп йылдарында оркестрҙа контрабаста уйнай, мәктәп хорында йырлай, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Ринат Лотфулла улы 1977 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәниәт ағартыу училищеһын тамамлағандан һуң Салауат башҡорт дәүләт драма театрына эшкә ебәрелә. Йәш артист беренсе көндән үк бөтә көс менән, ихласланып эш башлай. Әлеге шул үҙенә булған талапсанлығы бер ҙә тынғы бирмәй - ситтән тороп Өфө сәнғәт институтын да тамамлап ҡуя. "Драма театры һәм кино актеры" дипломын ҡулына ала.
Ринат Ибәтуллин төрлө пландағы актер. Салауат театры сәхнәһендә ул егерменән ашыу образ тыуҙырған ижади артист. Уның таланты бигерәк тә Ф.Әсәновтың "Тол ҡатын"да - Ғәлимйән, К.Аҡбашевтың "Китмә, Рөстәм"дә - Рөстәм, А.Мағазовтың "Ҡоштар иртә китә" дә - Зарипов, Т.Миңнуллиндың "Әлмәндәрҙән Әлмәндәр"дә - Әлмәндәр образдарында асыла.
Ринат Лотфулла улы юғары профессиональ кимәлдә уҙғарылған музыкаль-мәҙәни сараларҙа һәр ваҡыт ҡатнашып килә. Интернат-мәктәптә балалар театрын булдырып, нисә йылдар шул уҡыусыларҙы конкурстарҙа еңеүсе итеп танытты. Мәҙәниәт йорттары сәхнәләренән салауаттарҙы илһамландырып торған "Илһам шишмәләре" эстрада-фольклор коллективының режиссеры булараҡ та ул һәр саҡта үҙ тамашасыһының яратҡан кешеһе булды. Бер нисә тапҡыр һүҙ һөйләү оҫталарының төбәк һәм республика кимәлендә уҙғарылған конкурстары дипломанты исеменә лайыҡ булды.