Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

 

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Закир улы Хановты күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һеҙҙең ғүмер юлығыҙ сағыу ижад һәм сәйәси ваҡиғаларға бай. Һеҙ үҙегеҙҙең ошо тос емешле тормошоғоҙ менән башҡаларҙың йәшәйешенә йәм, бәхет, шатлыҡ, дәрт өҫтәйһегеҙ. Ғүмерегеҙҙең һәр йылын фиҙәҡәр, илһамлы хеҙмәт менән матур эҙ ҡалдырып үтәһегеҙ. Шуға ла бөгөн Һеҙ, республикабыҙҙа ғына түгел, илебеҙҙә лә оло ихтирам, һөйөү, абруй яулаған әһелдәрҙең береһе.
Театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән емешле хеҙмәтегеҙ Хөкүмәтебеҙ тарафынан да баһаланмай ҡалманы - "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исемдәрегеҙ, һанап бөткөһөҙ дәрәжәләрегеҙ ошо турала һөйләй.


Салауат театрында  эшләү дәүерендә В.Дельмарҙың "Бергә булырға юҡ сара" (1995й.), Ю.О'Нилдың "Таштарҙа үҫкән мөхәббәт"(1997й.), Н.Асанбаевтың "Зәйтүнгөл"(2005й.), "Сейәле тау"(2011й.), Т.Миңнуллиндың "Шулай булды шул"(2006й.), "Риүәйәт"(2010й.), "Әллә яңылыш, әллә яҙмыш"(2012й.), А.Островскийҙың "Һуңлап килгән мөхәббәт"(2007й.), А.Чеховтың "Аҡҡош йыры"(2009й.), С.Беловтың "Минең ҡәйнәм әүлиә"(2009й.), Ә.Атнабаевтың "Ул ҡайтты"(2009й.), М.Багаевтың "Ҡартайғанда тыртайған"(2010й.), Софоклдың "Әҙип хан"(2012й.) иҫ киткес спектаклдәренең теҙмәһен барлыҡҡа килтергәнһегеҙ.
Етәксе вазифаһында ла, режиссер булараҡ та Һеҙ оло йөрәкле, кешелекле һәм һәр ваҡыт һәр кемгә ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер тораһығыҙ. Һеҙҙең менән эшләүе-үҙе бер бәхет. Ҙур-ҙур рәхмәт барыһы өсөн дә!!!
Хөрмәтле Олег Закир улы! Тыуған көнөгөҙ менән ысын күңелдән тәбрикләп, ныҡлы һаулыҡ, көслө рух, ижади уңыштар, именлек, тағы ла яңы шәп спектаклдәр сығарырға теләйбеҙ.
Оло хөрмәт һәм ихтирам менән, Салауат башҡорт драма театры коллективы.

 

Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru