Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

Йәй айҙары башланһа, йәшәйеш бер аҙға туҡтап ҡалғандай була: балаларҙың каникулы башлана, театр үҙ миҙгелен яба, эштәге кешеләр ҙә отпускаһын ошо матур мәлдә алып ҡалырға тырыша. Ә көҙөн, киреһенсә, бар ғәләм йоҡонан уянғандай тойола. Мәктәп ишектәре ҡолас йәйеп үҙ уҡыусыларын ҡаршы алһа, театр ҙа тамашасыларын ҡыуандырырға ашыға. Шишәмбе бөтә республика буйынса "Театр төнө" үтте. Мәҙәни сарала 20-нән ашыу коллектив ҡатнашты. Бөтә Рәсәй акцияһына беҙҙең ҡала ла әүҙем ҡушылды. Быйыл ул Кино йылына арналды һәм "Төнгөлөккә әкиәт" девизы аҫтында уҙҙы.

 

Театр алды балалар тауышынан гөж килә ине. Кемдер батутта һикерҙе, ҡайһылары шәкәрле мамыҡ менән һыйланды. Әкиәт костюмдары кейгән театр артистары улар өсөн күңелле тамаша әҙерләгәйне: бергәләшеп йомаҡтар систеләр, уйындар уйнанылар, флешмоб бейенеләр. Ҡул эштәре күргәҙмәһе лә урын алған. Теләге булған һәр кем театр фойеһына үтеп, төрлө спектаклдәр өсөн эшләнгән ҡыҙыҡлы бутафория әйберҙәре, сәхнә декорациялары, париктар, иҫ киткес матур костюмдар, тарихи фотолар менән таныша алды.

Йәш режиссер Рауил Хәкимовтың яңы фильм төшөрөүе тураһында гәзиттә яҙып сыҡҡайныҡ инде. Был көндө ошо кино буйынса "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо. Театрҙың билдәле артистары киноның нисек, ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа төшөрөлөүе тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе. Күптәрҙе ни өсөн фильмда тап ҡарттар темаһы күтәрелеүе ҡыҙыҡһындырҙы.

-Ҡартлыҡ беребеҙҙе лә ситләп үтмәй. Тәбиғәт әҙәм балаһын үҙе шулай яратҡан. Иң аянысы - үҙеңдең проблемаларың менән япа-яңғыҙ ҡалыу, бәхеткә төрөнөп ултырыу урынына йән өшөткөс яҙмышҡа дусар булыу. Фильмда ололарҙың ни сәбәпле ҡарттар йортона килеп эләгеүе тураһында һөйләнелә. Киноны тамашасылар хөкөмөнә йыл аҙағында сығарырға планлаштырабыҙ, - тип киләсәккә уй-ниәттәре менән уртаҡлашты режиссер.

Ә был ваҡытта театрҙың ҙур залында балалар кинәнеп М.Бартеневтың "Бишкә тиклем һанайым" тигән спектаклне ҡарай ине. Әҫәр - йәш режиссер Рафаэль Ғәйнуллиндың тәүге хеҙмәте. Кескәйҙәрҙең спектаклде хис-тойғоларға бирелеп ҡарауынан, сыр-сыу килеүенән тәүге ҡоймаҡ төйөрлө булмаған икән, тигән фекер йөрөтргә була. Шулай уҡ "Арлекин" балалар студияһының йәш артистары төрлө күнекмәләр күрһәтте, сығыштарын бүләк итте.

"Театр төнө" сағыу булды. Киләсәктә лә яратҡан театрыбыҙ күңел ҡылдарын сиртерлек әҫәрҙәре менән тамашасыларын ҡыуандырыр әле.

 

Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru