Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

Шукшин хикәйәләре башҡортса


Салауат башҡорт дәүләт драма театры 84-се ижад миҙгелен яңы ғына асып ебәргәйне. Бына оҙаҡламай ҡалабыҙҙың бай тарихлы сәнғәт усағы үҙенең тамашасыларын премьераһы менән дә шатландырмаҡсы. Октябрь башында сәхнәләштерелә башлаған «Шукшин» спектакленең һуңғы репетициялары бара.
Илебеҙҙең билдәле яҙыусыһы Василий Шукшин ижадына Салауат театры тәүгә тотона. Спектаклдең нигеҙендә бер юлы биш хикәйә: «Ваня, һин нисек бында?», «Миль пардон, мадам!», «Минең кейәү утын урланы», «Микроскоп», «Ышанам». Уларҙы сәхнәләштереү өсөн беҙҙең ҡалаға тағы ла Мәскәүҙән йәш режиссер Антон Федоров килгән. Иҫегеҙгә төшөрөп китәбеҙ, ул үткән миҙгелдә М.Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы буйынса «Ерҙәштәр» исемле әҫәрен уңышлы ҡуйғайны.

 


Ни өсөн нәҡ Шукшин әҫәрҙәре, хикәйәләр нисек тәржемә ителгән һәм башҡа һорауҙарға яңыраҡ театрҙа киң мәғлүмәт саралары өсөн үткәрелгән матбуғат конференцияһы асыҡлыҡ индерҙе. Унда режиссер Антон Федоров, ижади коллектив менән идара итеүсе Рөстәм Фазылов, БР-ҙың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев, йәш актриса Лиана Ниғмәтуллина ҡатнашты.
Рөстәм Рамазан улы, "Ерҙәштәр" спектакле сәхнәләштерелгәндән һуң, уға ҡарата ҙур баһа бирелеүен билдәләп үтте. Антондың тәүге спектакле ғибрәтле хикәйә рәүешендә булһа, беҙ быныһын комедия жанры яҡыныраҡ булыуын һораныҡ, тине ул. Шулай ҙа Антон Федоров үҙе билдәләүенсә, спектакль тулыһынса шаян-көлкөгә ҡоролмаған, сөнки Шукшиндың тормошсан әҫәрҙәре һәр төрлө ваҡиғанан да фәлсәфәүи һығымта яһарға мәжбүр итә.
Спектакль башҡорт телендә бара. Руссанан башҡорт теленә хикәйәләрҙе З.Исмәғилов исемендәге Өфө сәнғәт институтының башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсәсәк Саламатова тәржемә иткән. Шулай ҙа Шукшиндың үҙенә генә хас телен һаҡлау өсөн ҡайһы бер ерҙәрҙә русса фекерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға тура килгән. Йәш режиссерҙың эш барышында телгә бәйле ҡатмарлыҡтар тыумаған. Тәүге спектаклде ҡуйғанда ауырыраҡ булғайны, хәҙер мин башҡортса һөйләшмәһәм дә, күп нәмәне аңлайым, ти ул.
- Шукшиндың әҫәрҙәрен ҡуйыу теләге күптән бар ине. Ә тап ошо биш хикәйәне нигеҙ итеп алыуым уларҙың минең үҙемдең донъяға ҡарашыма яҡын булыуына бәйле. Василий Макарович бөтә әҫәрҙәрен дә үҙе тураһында яҙған. Шуға спекталдең исеме лә «Шукшин» тип атала. Спектаклде сәхнәләштереү өсөн ваҡыт әҙ булды, артистарҙың йыйнаҡлығы, ынтылышы арҡаһында тиҙ арала ҡуйыуға ирештек, - ти Антон Федоров.
Режиссерҙың Салауат театрында был икенсе спектакле булғас, ниндәй ролгә ниндәй артисты билдәләүе лә ауыр булмаған. Шукшин хикәйәләре геройҙарын БР-ҙың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев, БР-ҙың атҡаҙанған артистары Нәүфилә Яҡупова, Гөлфирә Сәфиуллина, Фәтих Ҡолһарин, шулай уҡ артистар Рөстәм Фазылов, Риф Мусин, Нәркәс һәм Мираҫ Йомағужиндар, Рафаэль Ғәйнуллин, Айһылыу Лоҡманова, Рәмзиә Мәҡсүтова, Лиана Ниғмәтуллина, Револь Ғималов һәм Радик Ғәлиуллин башҡара.
Осрашыуҙа ҡатнашыусы артистар Риза Мәһәҙиев һәм Лиана Ниғмәтуллина спектаклдә башҡарған ролдәре хаҡында һөйләп, йәш режиссер менән эшләүҙән тәьҫораттары менән бүлеште. Антон тыныс, әммә шул уҡ ваҡытта талапсан, ә беҙ инде ул билдәләгән талаптарҙы үтәргә тырыштыҡ, тиҙәр.
Антон Федоров спектаклде музыкаль яҡтан биҙәүгә лә үҙе көс һалған. Йыш гастролдәргә йөрөүсе театр булараҡ, декорацияларҙың еңел, ҡатмарлы булмағанына өҫтөнлөк бирелгән. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ, спектакль әле үк «Рәсәй башҡорттары» программаһына ярашлы, театрҙың Ырымбур ҡалаһындағы гастролдәре исемлегенә индерелгән.
Премьера дүртенсе, унынсы ноябрҙә сәхнәгә сығарыласаҡ. Үҙенсәлекле спектаклде тамаша ҡылыуҙан ситтә ҡалмағыҙ.

 

 

Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru