Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

 

Салауат дәүләт башҡорт драма театры яңы спектакль ҡуйыуға грант алып, илдең иң яҡшы егерме коллективы иҫәбенә инде. Был Рәсәй федерацияһының мәҙәниәт Министрлығы ярҙамында үткәрелгән «Рус миҙгелдәре» икенсе Бөтә рәсәй конкурсында еңеү арҡаһында мөмкин булды.

Яңы спектаклдең үҙәгендә быуындарҙы бәйләүсе хисле һәм героик тарих ята. «Павлов йорто балалары» исемле спектакль хәҙерге волгоград драматургы, Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр яҙыусылары Союзы ағзаһы Андрей Белоножкиндың пьесаһына нигеҙләнгән. Ҡуйыусы режиссер- Стәрлетамаҡтан Әлфинур Ғәзимова.

Пьесаның сюжеты заман бәйләнешенә ғәҙәти булмаған ҡараш тәҡдим итә. Төп геройҙар хәҙерге үҫмерҙәр, уларҙың тормошо тулыһынса гаджеттарға буйһона. Осраҡлы рәүештә боронғо портсигарҙы тапҡас, улар өләсәһенең тыйыуын боҙа һәм Бөйөк Ватан һуғышының иң эҫеһенә — 1942 йылда ҡамауҙа ҡалған Сталинградҡа күсерелә. Павловтың легендар йортонда малайҙар ҡаты ысынбарлыҡҡа осрай: аслыҡ, атыш һәм көн һайын батырлыҡ ҡылыу кәрәклеге. Уларға һыу һәм иген табырға, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға кәрәк, һәм ысын геройҙарҙың һәр ваҡыт плащ кеймәгәнен, ә икмәк — ул бала өсөн уйынсыҡ түгеллеген аңларға кәрәк.

"Был пьеса-ике быуындың мөһим һөйләшеүе, - тип билдәләй ижадсылар. Интернет бер ҡасан да тере кеше батырлығын алмаштыра алмаясағы тураһында, ә "туҙған" Волгоград үткәндәрҙең һәр таштан һулаған ҡалаһы булып сыға.

Балалар һәм үҫмерҙәр аудиторияһы өсөн ижад ителгән спектаклдең премьераһы 94-се театр миҙгеленең көҙөнә планлаштырылған. Спектакль «Пушкин картаһы» буйынса ҡуйыласаҡ, был уны бөтә республика уҡыусылары һәм студенттары өсөн асыҡ итәсәк.

«Павлов йорто балалары» проекты репертуарҙа сираттағы спектакль генә түгел, ә әһәмиәтле мәҙәни ваҡиға ла буласаҡ. Ул театрҙың тарихи хәтерҙе һаҡлау, патриотик тәрбиәләү буйынса миссияһын дауам итә.

 

Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры (ГБУКИ РБ СГБДТ), 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru