Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

Ғәлиә Әмирханова – Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы.

Халыҡ мәҡәленә эйәреп: " Тырышҡан тапҡан,
Ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан".

Был мәҡәл бөтөн барлығы менән миңә ҡағыла. Беҙҙең өй ғүмер буйы йыр-моң менән тулы булды. Минең әсәйем Мөнәүәрә - бик оҫта йырсы ине, үҙе кеүек йырсы дүрт ҡыҙ, бер малай үҫтерҙе. Иң олоһо мин инем. Биш йәшемдә байтаҡ йыр өйрәнгән инем. Күрше әбейҙәр мине йырлатып, кәнфит бирәләр ине. Бала саҡтан башланды минең артислыҡ.
Бер ваҡыт театрҙың эшен тикшерергә Нәжибәк Хафизов килә. Мин уның артынан ҡалмайым. "Ағай, минең артист булғым килә, мин йырлайым, тыңлап ҡарағыҙ әле", - тинем. Артистарҙы йыйып, мине йырлатып ҡаранылар. Барыһына ла оҡшаны, концерт бригадаһына алдылар. Әммә төп эшем – костюм үтекләү ине.
Ул ваҡытта Ғ.Ғиләжев менән Ә.Әсләмов, режиссер булараҡ, мине уҡып сығып, диплом алырға әйҙәй башланылар. Ризалаштым. Улар мине Өфөгә алып барып, училищеға уҡырға кереттеләр. Шулай итеп, диплом алып Ауырғазы театрына артистка булып ҡайтып бик әүҙем эшләй башланым.
1956 йылда Салауат ҡалаһына күстек. Мин Талют Глюмов тигән оҫта бейеүсе егет менән тормош ҡороп ебәрҙем. 40 йыл эсендә 160-лап төп ролдәр уйнаным. Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы булдым. Театраль ярыштарҙа еңеп, Мәскәү аша икенсе урын яуланым. Бик күп маҡтау ҡағыҙҙары бирҙеләр. Ике мәртәбә йыл актрисаһы булдым, ике миҙгел урындағы депутатлыҡҡа һайланылар.
Аллаға шөкөр, теләгәнемә ирештем – артистка булдым. Емереп ролдәр уйнаным. Ҡытлыҡ кисермәнем, кисен роль алдым, ә иртәгәһенә ятлап ҡуйҙым. Беҙ эшләгән йылдарҙа сәнғәттең ныҡ үҫкән сағы ине, ысын сәнғәтте тойоп, аңлап профессиональ кешеләр менән эшләнем. Мин үҙемде эш өлкәһендә бәхетле тип һанайым.


1956 йылдың 22 майында Борай районы Салҡаҡ ауылында тыуған.

1986 йылда ситтән тороп Өфө сәнғәт институтын тамамлай. 1977 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәниәт училищеһын тамамлағандан һуң Салауат башҡорт дәүләт драма театры труппаһына ҡабул ителә.

"Һүҙ ҡәҙере" республика нәфис һүҙ конкурсында III дәрәжәләге диплом.

VIII республика"Һүҙ оҫтаһы" конкурсында II дәрәжәләге диплом (2014г.).

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы грамотаһы менән бүләкләнә(2016й.).

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған видеокнкурста 3-сө урын яулай (17.03.2017й.)

 

Тулыраҡ:

 

1953 йылдың 19 апрелендә Миәкә районы Боғҙан ауылында тыуған.

1972 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. Шул уҡ йылда Салауат башҡорт дәүләт драма театры труппаһына ҡабул ителә. 1983 йылда - «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы», 2004 йылда - «Башҡортостандың халыҡ артисы» исемдәренә лайыҡ була.

Тулыраҡ:

Тулыраҡ:

Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы һәм ҡала йәмәғәтселеге ҙур юғалтыу кисерҙе. 2009 йылдың 21 июнендә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны, Салауат ҡалаһының маҡтаулы гражданы, 1977 йылдан 1997 йылға тиклем театрыбыҙҙы етәкләгән ижади шәхес, ойоштороу һәләте, тырышлығы һәм егәрлеге менән хеҙмәттәштәрен һоҡландырып йәшәгән Марс Шәрип улы Яппаров беҙҙең аранан китеп барҙы.

Ҡалабыҙҙа ғына түгел, республикала ла уны күптәр беләлер. Марс Шәрип улының туранан – тура хеҙмәттәшлеге һәм инициативаһы менән 1993, 1995 йылдарҙа республика "Театр яҙы" һәм Халыҡ-ара "Берҙәмлек" фестивалдәре уҙғарылды. Салауат ҡалаһы мәҙәни коллективтарының Ҡытай Халыҡ Республикаһына гастролдәре ойошторолдо. СГБДТ-ның директоры булараҡ, Марс Шәрип улы театрҙы һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү өсөн күп көс һалды. Уның тырышлығы менән театрыбыҙ 1992 йылда үҙенең бинаһына эйә булды. Ул етәкселек иткән йылдарҙа Салауат театры үҙенең сағыу репертуарын булдырҙы һәм был спектаклдәр театр тарихында ғына түгел, ә республикабыҙ мәҙәни тормошонда ла ҙур бейеклектәргә ҡаҙанды.

Тулыраҡ:

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, драматург Нәжиб Асанбаев 1921 йылдың 7 ноябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе, хәҙерге БР-ҙың Баҡалы районы Аҡман ауылында тыуған. Әҙип Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. 1941 йылда Рязань артиллерия училищеһын тамамлағандан алып һуғыш аҙағына тиклем артиллерия батареяһы командиры була. Беренсе һәм икенсе дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, хәрби миҙалдары уның ғәйрәтле һуғышсы, үҙ илен яҡшы яҡлаусы булғанын күрһәтә.
Бөйөк Ватан һуғышы бөткәндән һуң дүрт йылдан ғына уны демобилизацияға ебәрәләр. Нәжиб Асанбаев "Ҡыҙыл таң" республика гәзитендә эшләй башлай – әҙәби хеҙмәткәр һәм әҙәби бүлек мөдире була. 1950-1959 йылдарҙа Октябрьский һәм Салауат ҡалаларында ошо уҡ гәзиттең үҙ хәбәрсеһе эшен башҡара. 1959-1961 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театрының директоры вазифаһын үтәй. Шунан һуң әүҙем ижад менән шөғөлләнгән, бер нисә прозаик, хикәйәләр тупланған йыйынтыҡтар сығарып өлгөргән Н.Асанбаев 1961-1963 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. Уларҙы тамамлағас ике йыл Башҡорт академия драма театры директоры булып эшләп ала ла бөтөнләйгә ижадҡа күсә – күбеһенсә драматургия өлкәһендә эшләй башлай. Халыҡ уның комедия һәм драма, пьесаларын яратып ҡабул итә.

Тулыраҡ:

Гөлшат Ибраһим ҡыҙы Зыязетдинованың (Башҡортостандың халыҡ артисткаһы) атаһы тураһында хәтирәләре:
Атайым Әхмәров Ибраһим Әхмәр улы Благовар районы Күсәрбай ауылында тыуған, алты бала араһында, икенсеме, өсөнсөме бала булып. Революция ваҡыты булған. Директор булып эшләү дәүерендә атайым өйҙә тормай торғайны, кисен йоҡларға ғына ҡайта торғайны. Гипертония ауырыуы менә ауырыһа ла , дауаланыуҙы ҡайғыртмаған, кеҫә тулы больничныйҙары йөрөгән. Тырышып эшләгәндәрҙер, күрәһең. Эштәрен хуплап, бүләктәр биргәндәр. Тәүҙә аттарҙы, һуңынан йөк машиналарын, артабан полуторка машинаһын, "Кубань" автобусын бүләк итәләр театрға. Атайымды 1945-се йылдарҙа кавалер ордены, ике тапҡыр знак почета менән бүләкләгәндәр. Юҡҡа ғына бирмәгәндәрҙер инде. Һуғыш башланғас та бронь алмаған. Уны ауырыуы арҡаһында комиссовать иткәндәр. Башта Дәүләкән театрында эшләгәндә директор вазифаһын биреп үрләткәндәр. Белеүебеҙсә, ул йылдарҙа тәүгеләрҙән булып фронтҡа киткәндәрҙең күбеһе әйләнеп ҡайтмаған. Ә атайым иҫән ҡалған бит инде. Политрук булып эшләгән. Театрҙы яптырмаҫ өсөн Салауат театрына директор булып киренән эшкә ҡайтҡан.

Тулыраҡ:

Салауат башҡорт дәүләт драма театры 1933 йылда Ауырғазы районы Ҡарамалы ауылында барлыҡҡа килә. Ул осорҙа ул Ауырғазы колхоз-совхоз театры тип атала. Театрҙың беренсе директоры Барый Сафин була. Уның етәкселегендә бар коллектив дәртләнеп эш башлай. Спектаклдәр, концерттар ҡуйыла. 1941 йылда, Бөйөк ватан һуғышы башланғас, бөтә ир-егеттәрҙе, шул иҫәптән Барый Сафинды ла Ҡыҙыл армия сафына алалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иптәш Сафин һуғыш яланынан кире әйләнеп ҡайтмай, вафат була.

.

Тулыраҡ:

Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru