Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

А.Попов "Бер рәхәттең бер михнәте"
Мелодрама


Ҡуйыусы режиссерҙар – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңдулла Иҙрисов, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Зыязетдинов
Ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Музыкаль яҡтан биҙәүсе – Яҡуп Шәрипов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

 

Һәр кем үҙе ҡылған эштәре өсөн яуаплы икәне билгеле. Әммә бөтәһе лә был ауыр яуаплылыҡты үҙ иңдәренә алырға ашыҡмай. Беҙҙең герой Ирғәле ҡарт та йәшлек хатаһынан күпме генә ҡасып йөрөүенә ҡарамаҫтан, ҡылыҡтары өсөн ҡалған ғүмере буйына үкенеп йәшәргә мәжбүр була. Инде ҡатыны барыһын да ғәфү итеп сабыр йәшәй, ләкин атаһының үткәне тормошо менән улы бер нисек тә килешә алмай һәм үтә лә аяныслы аҙымға ынтыла...


Спектаклдә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңдулла Иҙрисов, Башҡортостандың халыҡ артистары Рим һәм Гөлшат Зыязетдиновтар, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Аминева, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәтих Ҡолһарин һәм актер Риф Мусин уйнай.


Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru