Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

Рэй Куни «№13»
комедия (16+)

Ҡуйыусы режиссер, музыкаль яҡтан биҙәүсе – Эдуард Шахов
Рәссам – Нурия Ғәбиҙуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы
Балетмейстер – Алина Мостаева


Урыҫ теленә Михаил Мишин,
башҡорт теленә
Гөлнара Хәлфитдинова тәржемәһе

 

«Спектаклдең сюжеты ябай. Британ премьер-министрының ярҙамсыһы Ричард Уилли үҙенең Джейн исемле секретаре менән ҡала ҡунаҡханаһының 13-сө һанлы бүлмәһендә аулаҡҡа ҡалалар. Һөйәркәләр ҡапыл был бүлмәлә үлек ир кәүҙәһен табалар.Күрәһең, ул тәҙрәгә ҡыҫылып ҡалған бур була. Көтмәгәндә килеп сыҡҡан был бәлә уларҙы хурлыҡҡа килтерергә мөмкин. Шуға күрә Ричард үҙенең ярҙамсыһы Джордж Пигден менән төрлөсә мәйетте йәшерергә тырышалар. Ләкин һәр бер эшләнгән аҙым хәлде бутай ғына. Ҡунаҡхананың идарасыһы, һуңынан Ричард Уиллиның ҡатыны, секретарь Джейндың көнсөл ире килеп кереүҙәре бөтөнләй хәлде хөртәйтә. Ә инде мәйеттең ҡапыл...Әлегә был сер булып ҡалһын...»

Англия драматургы Рей Куниҙың "№13" әҫәре (оригинал исеме "Out of Order") 1991 йылда яҙылған. Был пьеса 1999 йылда британ критиктары менән ыңғай баһалана һәм Лоуренс Оливье премияһына лайыҡ була. 2000 йылда Европала иң шәп комедия тип таныла. 2001 йылда режиссер Владимир Машков "№13" әҫәрен А.П.Чехов исемендәге МХАТа сәхнәһендә ҡуя.

Ролдәрҙә: Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Нәүфилә Яҡупова, Фәтих Ҡолһарин, Гөлфирә Сәфиуллина,Наҙгөл Иҫәнбаева, артист Рөстәм Фазылов, шулай уҡ театрыбыҙҙың талантлы йәштәре Рафаэль Ғәйнуллин, Радик Ғәлиуллин, Мираҫ һәм Нәркәс Йомағужина, Рәмзиә Мәҡсүтова, Лиана Ниғмәтуллина, Револь Ғималов, Риф Мусин, Айһылыу Лоҡманова и Әмир Үтәбаев.

Ролдәрҙә:

Ричард Уилли –– Фәтих Ҡолһарин (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы)
Джордж Пикден – Рафаэль Ғәйнуллин
Джейн – Рәмзиә Ғәйнуллина,
Лиана Ниғмәтуллина
Управляющий – Рөстәм Фазылов,
Официант – Риза Мәһәҙиев (Башҡортостандың халыҡ артисы)
Кәүҙә – Радик Ғәлиуллин
Ҡунаҡханалағы хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙ – Гөлфирә Сәфиуллина (Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы)
Памелла – Наҙгөл Иҫәнбаева (Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы)
Нәркәс Йомағужина
Гледисс – Нәүфилә Яҡупова (Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы)
Айһылыу Лоҡманова
Ронни – Мираҫ Йомағужин


Премьера көнө - 10 март 2017 йыл



Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru