Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, драматург Нәжиб Асанбаев 1921 йылдың 7 ноябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе, хәҙерге БР-ҙың Баҡалы районы Аҡман ауылында тыуған. Әҙип Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. 1941 йылда Рязань артиллерия училищеһын тамамлағандан алып һуғыш аҙағына тиклем артиллерия батареяһы командиры була. Беренсе һәм икенсе дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, хәрби миҙалдары уның ғәйрәтле һуғышсы, үҙ илен яҡшы яҡлаусы булғанын күрһәтә.
Бөйөк Ватан һуғышы бөткәндән һуң дүрт йылдан ғына уны демобилизацияға ебәрәләр. Нәжиб Асанбаев "Ҡыҙыл таң" республика гәзитендә эшләй башлай – әҙәби хеҙмәткәр һәм әҙәби бүлек мөдире була. 1950-1959 йылдарҙа Октябрьский һәм Салауат ҡалаларында ошо уҡ гәзиттең үҙ хәбәрсеһе эшен башҡара. 1959-1961 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театрының директоры вазифаһын үтәй. Шунан һуң әүҙем ижад менән шөғөлләнгән, бер нисә прозаик, хикәйәләр тупланған йыйынтыҡтар сығарып өлгөргән Н.Асанбаев 1961-1963 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. Уларҙы тамамлағас ике йыл Башҡорт академия драма театры директоры булып эшләп ала ла бөтөнләйгә ижадҡа күсә – күбеһенсә драматургия өлкәһендә эшләй башлай. Халыҡ уның комедия һәм драма, пьесаларын яратып ҡабул итә.


Салауат театры менән Нәжиб Асанбаевтың мөнәсәбәте "драматург — театр" бәйләнеше генә түгел, ә башҡасараҡ, якыныраҡ, тыгыҙыраҡ булды. Ул театрыбыҙҙың тоғро дуҫы ине. Юкка ғынамы ни, драматургтың бик күп матур пьесалары буйынса ҡуйылған төрлө жанрҙағы спектаклдәре театрҙың репертуар афишаһын биҙәп тора. Уның "Беҙгә егеттәр килде"(реж.Ф.Ғәләүетдинов, 1955й.), "Рәйсә"(реж.Р.Аюпов, 1958й.), "Ҡыйыу кешеләр"(реж.А.Мөбәрәков, 1960й), "Фәйзи" (реж.Р.Аюпов, 1962й.), "Күктән төшкән бәхет" (реж.Ш.Рахматуллин, 1969й.), "Ҡанат йәйгәндә" (реж.Р.Баянов, 1971й.), "Һыу юлы" (реж.Р.Баянов, 1972й.), "Ҡыҙлы йорт" (реж.Ф.Касимова, 1982й.), "Миләш-Миләүшә" (реж.К.Нәҙершин, 1987й.), "Кәләш әйттергәндә" (реж.К.Нәҙершин, 1987й.), "Көҙән башҡорто" (реж.Н.Сәфәрғолова, 2004й.), "Зәйтүнгөл" (реж.О.Ханов, 2005й.), "Ете ҡыҙ" (реж.А.Абушахманов, 2008й.), "Сейәле тау" (реж.О.Ханов, 2011й.) тигән спектаклдәре Салауат театрында ҡуйылып, тамашасы һөйөүен яулай.
Нәжиб ағайҙың беҙҙең аранан китеүенә лә байтаҡ ваҡыт үтте. Исеме кеше хәтерендә мәңгелек урын алған. Әҙип өсөн оло бәхет был. Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы шуны иҫтә тотоп, драматургтың дуҫтары, якындары менән бергәләшеп хәтер кисәләрен үткәреп тора.
Нәжиб ағайҙың яҡты иҫтәлегенә бағышланған был кисәләр әҙиптең иҗады алдында тағын бер ҡат баш эйеп, исемен күңелдәрҙә яңғыратыр, барыбыҙҙы да бер¬ләштереүсе театрға ҡарата ихтирам һәм һөйөү хистәрен нығытыр, тигән өмөттәбеҙ.

 

 Нәжиб Асанбаевтың хәтирәләре.

Мин – Салауат театры директоры.

1956 -1959 йылдарҙа Салауат ҡалаһында "Ҡыҙыл таң" газетаһының үҙ хәбәрсеһе булып эшләнем. Был осорҙа бик күп кенә театрҙарҙа минең «Беҙҙең егеттәр килде», «Ҡыйыу кешеләр», «Рәйсә», "Фәйзи" тигән пьесаларым ҙур уңыш менән бара ине. Бына бер заман мине Өфөләге ҙур ғына түрәләр Салауат театры директоры вазифаһына димләй башланылар. Театрҙы бик ярата инем, риза булдым да ҡуйҙым һәм 1959 йылдың йәйендә үк ошо бик яуаплы ла, ҡатмарлы ла вазифаны үтәй башланым.
Ни ҡыҙғаныс, ул ваҡытта театрҙың бер генә режиссеры ла юҡ ине. Режиссер эҙләп Өфөгә министрға киттем. Ярҙамсыларын саҡырып, ҡулайлы кеше эҙләй башланы – юҡ. Инде ҡуйыр кеше юҡ. Өфөлә фатирға гел Вәли Ғәлимовтарға төшә инем. Әлеге ваҡытта Дәриға гастролдә, балалары ла өйҙә юҡ, Вәли Ғирфанович бер үҙе генә. Был мине ҡаршы алды.
- Вәли ағай, беҙгә режиссер кәрәк. Ҡайҙан Салауатҡа режиссер табабыҙ, - тим.
- Бар режиссер, - ти.
- Кем?
- Әйүпов Рафаэль.
Рафаэль Әйүпов ГИТИС-ҡа режиссерлыҡҡа уҡырға китер алдынан академтеатрҙа эшләгән ине. Бик шәп комик актер. Шул ваҡыттағы ролдәре иҫтә ҡалған. Ул Моссовет исемендәге театр режиссеры Завадскийҙа уҡыны. Уның алымдары менән эшләй ине. Уҡып ҡайтҡас, академтеатрҙа эш урыны юҡ. Режиссерҙар етә, актер итеп алыуҙарын үтенһә - шулай уҡ урын юҡ.
- Мин электрик булып булһа ла, эшкә академтеатрҙа ҡалам, - тип үҙһүҙләнеп шунда йөрөп ята икән.
- Бына, Әйүповты ебәрәм, - ти Ғәлимов.
- Ә ул риза булырмы?
- Булыр.
Риза булды был. Театрға барҙыҡ, халыҡты йыйҙыҡ, уларҙы Рафаэль менән таныштырҙым. Бик һөйөндөләр. Талантлы актер икәнен, практикала саҡта академтеатрҙа «Әсәйемдең сал сәстәре»н бик яҡшы итеп ҡуйғанын да беләләр. Был шунда уҡ эшкә тотондо. Барҙым ҡала комитетына, Владимир Николаевич Якимов менән һөйләштем. Улар театрҙың хәлен бик яҡшы аңлайҙар ине. Идеология буйынса секретарь булып Флүрә Ғәлиевна Әхмәтова эшләй, Якимов тиҙ генә ҡала советы рәйесе Ишмөхәмәтов ағайҙы саҡыртты. Өсәүләшеп уйланылар. Ишмөхәмәтов ағай:
- Өс бүлмәле фатир табыуы ҡыйыныраҡ бит әле, - тигән булды.
- Юҡ, бер булғас булһын инде, - тип бының хәлен аңлатып бирҙем. Таптылар фатирҙы.
Рафаэль ордер алды, фатирын икәүләп барып ҡараныҡ. Автобус бирҙем, ул ғаиләһен күсереп алып килде. Ҡатыны бик матур, Рима исемле ине. Йәш кенә саҡтары, бәләкәй малайҙары бар, мин уны "Аюпчик" тип йөрөтә инем. Әле Өфөлә эшләй ул.
Йыһаз алырға театрҙан аҡса биреп торҙоҡ. Төрлөсә ярҙам күрһәттек. Шулай йәшәп киттеләр былар.
Салауат театрына эшкә килгәндән һуң беренсе йыйылышта уҡ артистарҙы былай тип киҫәттем:
- Мин - драматург, көнө-төнө һеҙҙе бында һаҡлап ята алмайым. Теләһәгеҙ - эшләйһегеҙ, теләмәһәгеҙ – юҡ. Мин приказ яҙам – һеҙ уны үтәргә тейеш. Приказдың айға бер булыуы ла мөмкин, ун булыуы ла мөмкин. Айына бер-ике килеп күренермен, бәлки, әммә тәртип насар булырға тейеш түгел.
- Бик һәйбәт, бик һәйбәт, Ибраһим беҙҙе...
- Миңә Ибраһимды һөйләмәгеҙ!
Шулай итеп, тәүге көндә үк мәсьәләне ҡаты ҡуйғайным.
Рафаэль эшләй, " Әсәйемдең сал сәстәре"н ҡуя башланы. Был пьесаны ҡуйыуҙы театр үҙе һораны. Мин тынысланып, директорлыҡ эшенә баштан аяҡ киренән сумдым. Автобусҡа ултырып, Кумертау ҡала комитетына юлландым. Бер хат алдым. Мәләүездән дә шундай уҡ хат булды. Киттем Ишембай һәм Стәрлетамаҡҡа, уларҙан да хат алдым. Салауаттан да шундай уҡ хат яҙҙырттым. Был хаттар барыһы ла РСФСР Мәҙәниәт министрлығына ине. Хаттың эстәлеге былайыраҡ: "Салауат ҡалаһында дәүләт театры бар. Уның эшен йәнләндереү өсөн партия өлкә комитеты күренекле драматург Нәжиб Асанбаевты директор итеп тәғәйенләне. Уның пландары ҙур. Салауат ҡалаһы стратегик, нефтехимик үҙәктә урынлашҡан, Кумертауҙа күмер сыға, Стәрлетамаҡта "Каучук", "Сода" заводтары бар, Ишембайҙа нефть сыға, Мәләүездә химия комбинаты төҙөлә. Был театр бына ошо ҡала кешеләрен хеҙмәтләндерә. Ул бөлгөн хәлдә йәшәргә тейеш түгел. Дотация үҫергә, штаты артырға тейеш. Директор алты кешегә штат һорай. Ярҙам итегеҙ". Береһе лә ҡаршы килмәне, яҙҙылар. Килдем Өфөгә, министр Ғәфүр Шәкүрович Вахитов Мәскәүгә йыйына икән. Бергә киттек. Һөйләшеп барҙыҡ. Ул да оркестр булдырыуҙы һорап китеп бара. Иллеләп кеше бит инде. Министрлыҡҡа барабыҙ.
- Бәй, ағай, һин дә, мин дә штат һорап барабыҙ, былар беҙҙе ҡыуып сығармаҫмы?
- Юҡ, һин үҙ юлыңда йөрөйһөң, мин үҙ юлымда, - ти.
Киттек Мәҙәниәт министрлығына. Ул ваҡытта министр Кузнецов ине. Шунан ағай менән мендек икенсе ҡатҡа:
- Ағай, һин алдан ин, мин һуңынан керермен. Минең килеүемде әйтерһең, - тинем.
- Ярар, - тине. Мин тиҙ генә буфетҡа барҙым да 10 ҡап шоколад алдым. Эҙләп таптым план бүлеген:
- Һаумыһығыҙ, һеҙҙе күренекле башҡорт яҙыусыһы Нәжиб Асанбаев сәләмләй, - тим. Бында 7-8 ҡатын-ҡыҙ ултыра.
- Очень приятно, очень приятно, - йүләр икәнме был, тип уйлайҙарҙыр инде.
- Бөгөн минең тыуған көнөм. Ә был көндә беҙҙең йола буйынса, ҡатын-ҡыҙҙарға бүләк бирәбеҙ. Үҙем менән бер нәмә лә алмағанмын, быныһын артабан яйларға була, ә хәҙергә, - тинем дә, һәр ҡайһыһына шоколад өләшеп сыҡтым. Барыһы ла көлә башланы.
- Вы не только писатель, наверное, и с театром дело имеете?- тиҙәр.
Мин:
- Әлбиттә, Салауат театры директорымын, - тим.
- А тогда понятно, - тиҙәр.
- Дуҫтар, мин хаттар алып килдем, кемгә мөрәжәғәт итергә, - тим.
Күрше бүлмәлә начальниктары ултырыуын, исем-шәрифтәрен әйтттеләр. Салауат театрын беләләр, хаттарҙың эстәлеген һөйләп бирҙем. Шунан һуң хаттарҙы уҡып сыҡҡас:
- О-о, бындай хаттар булғас, күберәк һора, күберәк, - тиҙәр.
- Күберәк кәрәкмәй, - тинем дә, начальниктарына керҙем. Ҡатын кеше. Шул уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатланым, сығарып шоколадты тотторҙом.
- Мин - Салауат театры директоры, ярҙам итегеҙ, - тип хаттарҙы бирҙем.
Хаттарҙы уҡып сыҡты ла:
- Трудновато, конечно. А дотацию не просите?- ти.
Мин:
- Юҡ, - тигән булдым. Ә һорарға иҫәп бар ине. – 6 кешегә штат бирһәгеҙ, театр 3 бригада булып эшләй башлаясаҡ, аҡсаны күберәк йыясаҡ.
- Хорошо, поможем.
- Артабан нимә эшләйем?
- Дальше идите к министру. Если он меня пригласит, я вам помогу, - ти.
Йүгерҙем ҡабул итеү бүлмәһенә, Ғәфүр Шәкүрович бик оҙаҡ ултырҙы. Төш етеп килә. Сыҡты ла:
- Бар, тиҙ генә кер, - ти.
Һиңә штат бирҙеләрме, тип һорарға ла онотоп кереп киттем. Кузнецовҡа һөйләп бирҙем, хаттарҙы алдына һалдым. Шунан ҡыңғырауға баҫҡайны, план бүлеге начальнигы килеп тә керҙе.
- Бына алдымда Салауат театрының директоры ултыра, - ти.
- Беләбеҙ, беләбеҙ.
- Ҡайҙан беләһегеҙ?
- Беҙгә инеп, танышып сыҡты, - ти.
- Берәй нәмә һоранымы?
- Юҡ, һораманы.
- Бына һорай бит әле, 6 артист штаты һорай. – Шунан Салауаттың ниндәй төбәк икәнен аңлата башланы.
Теге ҡатын:
- Беләм, беләм. Бик етди мәсьәлә, ярҙам итергә кәрәк, - ти. Миңә 6 кеше бирҙеләр.
- Приказды иртәгә килеп алырһығыҙ, - тинеләр.
Сыҡтым, Ғәфүр Шәкүрович көтөп тора.
- Миңә 6 артист штаты бирҙеләр! –тим.
- Ә миңә юҡ.
- Ә ниңә оҙаҡ ултырҙың?
- Мин уға Башҡортостан мәҙәниәте тураһында тотош доклад яһаным, - ти.
Уға оркестр өсөн бер урын да бирмәгәндәр.
Шулай итеп, киттек "Баку" ресторанына.
- Һин миңә бер актер бирерһең инде.
- Һин нимә, ағай? Ул кешене һинең үҙеңдән һорарға тейешмен.
- Ярар, ярар, бер штатты Сибайға бирәйек инде, - ти.
- Ярар, ағай, мин риза, - тинем.
Иртән приказ алдыҡ, ҡайтып киттек.
Салауат артистарын йыйҙым, хәлде һөйләнем, эй һөйөндөләр. Шунан һуң 5 актер эҙләй башланыҡ. Хәй Фәхриев тигән артист бар ине. Академтеатрҙа ла эшләне. Ул үҙе Стәрлебаш районынан.
- Нәжиб Вилданович, бына Стәрлебашта Риф Мозаһитов һәм Флүрә Хәбибуллина тигән ирле- ҡатынлы кешеләр бар, береһе мәҙәниәт һарайы директоры, ә ҡатыны – худрук. Икеһе лә культпросвет мәктәбе бөткәндәр. Иҫ киткес актерҙар!
- Килерҙәрме икән?
- Килерҙәр!
- Барып алып кил, - тигәйнем, икенсе көнө китте лә барҙы. Алып та килде.
Икеһе лә алдыма килеп баҫты. Риф ирҙәрсә һөйкөмлө, ә Флүрә йәш, матур.
- Мин һеҙҙе эшкә алам. Шундай оклад. Әкренләп фатир ҙа булыр. Әлеге ятаҡханала йәшәп тороғоҙ, - тинем.
Тағы 3 кеше кәрәк бит әле. Өфөлә йөрөгәндә бер ҡатын мине туҡтатты.
- Нәжиб Вилданович, иҫәнмеһегеҙ. Мин – Сәүиә Сираева, мине үҙегеҙгә эшкә алығыҙ.
- Кем итеп?
- Мин актриса бит.
- Ярар, кил, - тинем.
Сәүиә Сираева килде. Әйткәндәй, бик шәп актриса булып сыҡты, сәхнәлә йөҙөп уйнаны. Театрҙы ныҡ күтәрҙе ул. Бөгөнгө көндә "Нур" театрында эшләй. Илшат Вәлиев тигән бик шәп комик бар ине. Академтеатрҙа ла эшләне. Уны саҡырҙыҡ.
Барлыҡ артистарҙы ла мин балам кеүек яратам. Үҙемдең пьесаларҙа уйнағандарын бигерәк тә. Әҙелшинаны, Фәхриевты, Мозаһитовтарҙы ярата инем. Былар сығып китте гастролгә. Беҙҙең коммерция директоры Ибраһим Әхмәров Ауырғазыла тауыш күтәргән:
- Нишләп Асанбаев үҙе гастролдәргә йөрөмәй? Уның өсөн ниңә беҙ эшләргә тейеш?
Уның ялағайҙары була бит инде. Бер нисә кеше, улары:
- Асанбайҙы саҡырырға кәрәк, йөрөһөн беҙҙең менән, - тиҙәр икән.
Был турала миңә парторг Хәй Фәхриев шылтыратып әйтте:
- Нәжиб Вилданович, бында эштәр харап бит әле, халыҡ йыйылды, Әхмәров пыр туҙа. Һине төшөрттөргә теләй, ахыры. Һин тиҙ генә килеп ет әле.
- Ярар, - тинем дә рейс автобусы менән Ауырғазыға килеп тә төштөм.
Телефон аша Фәхриевты саҡырҙым. Икәүләп райкомға барҙыҡ. Уларҙан министрлыҡ менән бәйләнешкә инеү өсөн ярҙам һораныҡ. Тоташтырҙылар. Ғәфүр Шәкүрович урынында. Ә беҙҙең бер һөйләшеү бар ине... Мин эшкә өйрәнгәс, коммерция директоры вазифаһы бөтөрөлә, Ибраһим Әхмәров артист ҡына булып ҡала. Министр минең һүҙҙе генә көтә.
- Ғәфүр Шәкүрович, был мин – Нәжиб.
- Ә-ә, Нәжиб, һаумы, ниндәй хәлдәр бар?
- Бөтәһе лә яҡшы, мин хәҙер эшкә өйрәндем, коммерция директоры вазифаһын бөтөр.
- Шулаймы ни?
- Эйе. Приказ яҙығыҙ, мин шылтыратып секретарҙан уның номерын белермен.
- Ниңә улай ашығыс?
- Бөгөн йыйылыш үткәрәм, шуға, - тинем. – Һуңынан һөйләрмен.
- Ярар.
Кемделер саҡыртып белеште лә миңә приказдың номерын әйтте.
- Ҡасан киләһең?
- Киләм, киләм, - тинем дә Фәхриев менән артистар янына киттек. Улар йыйылды, сәхнәгә сыҡтым.
- Иптәш Әхмәров, ниңә һин бунт күтәрәһең? Кем рөхсәт итте? Һин хәҙер директор түгел, рядовой актер, тағы ла тауыш сығарһаң, эштән китәһең, - тинем.
Ҡул саптылар. Приказдың номерын әйттем. Эстәлеген уйлап сығарып һөйләнем.
- Ниндәй һорауҙарығыҙ бар?
- Юҡ, - тиҙәр.
- Хәҙер гастролдәр тураһында һөйләгеҙ.
Гастролдәр бик шәп үткән. Халыҡ яратып йөрөгән спектаклгә. Аҡса йыйылған.
- Шундай шәп гастролдәрҙе ниндәйҙер тәгәрмәс ватылыу менән боҙоп буламы ни? – тип йыйылышты тамамланым.
Театр эщләй, гөрләй. Театрҙы беренсе тапҡыр сит өлкәгә гастролгә алып сығыу тураһында уйлай башланым. Ырымбур өлкәһен һайланыҡ. Киттем Ырымбурға. Унда борон татар театры булған. Шуны ябырға булғас, бик күп артистар Ҡазанға киткән. Шунда бер артист бар – Вәли Фәтихов. Үҙ еренең патриоты. Ҡатыны Камал театрына китһә лә, бармаған. Бер нисә иптәше менән театрҙа һаҡлап алып ҡалғандар. Уларҙы филармония составында булһа ла татар труппаһы итеп ҡалдырғандар.
Миңә шул Вәли ағайҙы табырға ҡуштылар. Барып таптым, бик матур ағай, 1906 йылғы, Муса Йәлил менән бергә уҡығандар. Бик йылы ҡабул иттеләр. Беҙҙең яҡты бик ярата, академтеатрҙы хөрмәт итә. Ә күңеленә яҡын булһа ла, Ҡазанға рәнйеп йәшәй. Уларҙың үҙҙәрен онотоуын кисерә алмай ине. Етмәһә, драматургтарҙан килеүсе беренсе мин булғанмын. Гастролгә киләбеҙ, тигәс бик ҡыуанды, өлкә комитетына алып инде. Уның абруйы бик ҙур ине. Көнөн, сәғәтен билдәләп, гастроль тураһында һөйләшеп бөттөк. Ҡайттым, артистарға һөйләнем, репертуар һайланыҡ. Администратор алдан китте, килешеүҙәр төҙөп ҡайтты.
Театр гастролгә барҙы. Бик уңышлы үтте. Өс көн Ырымбурҙың үҙендә, унан райондарҙа йөрөнөк. Аҙағында бәләкәй генә мәжлес үткәрҙек. Тағы килеүебеҙҙе һоранылар.
Шунан һуң Ырымбур Салауат театрының гастролгә иң күп йөрөгән төбәгенә әүерелде.
Вәли ағай Фәтихов был яҡты донъяла юҡ инде. Икенсе, үҙенән күпкә йәшерәк ҡатыны Разия ханым да актриса ине. Хәҙер ул лайыҡлы ялда. Улдары Рафаэль менән килендәре Нурия ла актерҙар, шул атаһы һаҡлап ҡалған Ырымбур театры труппаһында (хәҙер ул үҙ аллы ижад итеүсе дәүләт театры) эшләйҙәр. Рафаэль күренекле артист, Ырымбур урыҫ театрында ла йыш уйнай.
Ярар, хәҙер театрҙа ике йыл эшләнем. 1961 йыл килеп етте. Иптәштәр Мәскәүҙә, Ленинградта уҡып ҡайталар, ә минең белем юҡ. Пединституттың беренсе курсын ғына бөткәнмен, унан һуң хәрби училище, аҙаҡ артиллеристарҙың Юғары мәктәбен тамамланым. Ә филология белемем юҡ. Шуның өсөн Мәскәүгә Юғары әҙәби курстарға барып уҡырға ҡарар иттем.


Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru