Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

 

Рәсәйҙә кино йылы сиктәрендә, ҡала администрацияһы ярҙамында, инде ярты йыл дауамында театрыбыҙҙың ветерандары һәм әлеге көндә эшләп килгән артистарыбыҙ нәфис фильмдә төшәләр. Уның исеме әлегә сер итеп һаҡлана, тик уның социаль темаға, ҡарттар һәм уларҙың яңғыҙлыҡтары хаҡында булыуы билдәле.  Фильмдың режиссеры Рәүил Хәкимов әйтеүенсә: "-Уйлауымса, был тарих күптәргә яҡын һәм ҡыҙыҡлы буласаҡ. Төп геройҙар ябай тел менән үҙҙәренең үткән тормошо, яҙмыштары хаҡында һөйләйҙәр".

Был ғәжәйеп фильмда Башҡортостандың халыҡ артистары  Рим Әминов, Гөлшат Зыязетдинова, Винира Хәсәнова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистарыы Гөлнур Йәнбирҙина,Фәтих Ҡолһарин, Гөлфирә Сәфиуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Әминова, шулай уҡ артистар Рөстәм Фазылов, Айһылыу Лоҡманова, Мирас һәм Нәркәс Йомағужиндар, Лиана Ниғмәтуллина һәм Радик Ғәлиуллин ҡатнашалар. Төшөрөү эштәре дауам итә, оҙаҡламай зәңгәр экрандарҙан фильмдың премьераһын күрербеҙ тип өмөтләнәбеҙ.

 


Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru