Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

 

 

27 сентябрҙә Салауат башҡорт дәүләт драма театры «Театрҙар төнө» мәҙәни акцияһын "Төнгөлөккә әкиәт" девизы аҫтында уҙғарасаҡ.

Тамашасылар иғтибарына киске сәғәт биштә, театр бинаһы алдында, ҡул эштәре оҫталарының йәрминкәһе, йәш рәссамдарҙың күргәҙмәһе тәҡдим ителәсәк. Ә балалар өсөн аквагрим, батут, буфет, әкиәт геройҙары менән бергә флешмоб планлаштырылған.
Һуңынан театрҙың фойеһына үтеп, төрлө спектаклдәргә эшләнгән бик ҡыҙыҡлы бутафория әйберҙәре, сәхнә декорациялары, париктар, иҫ киткес матур костюмдар, тарихи фотоларҙы күрергә була. Театр төнөнә килгән һәр бер кеше үҙенең яратҡан артисының автографын алып, уның менән фотоға төшә аласаҡ.


Сәғәт алтынсы яртыла бәләкәй залда талантлы "Арлекин" балалар студияһының сығыштары, улар менән танышыу уҙғарыласаҡ.
Сәғәт алтыла фойела йәш режиссер Рәүил Хәкимов һәм театрыбыҙҙың билдәле артистары үҙҙәренең, кино йылына арналған, яңы төшөргән фильмдары буйынса әңгәмә, фотокүргәҙмә тәҡдим ителәсәк.
Шулай уҡ, йәш артистарыбыҙ ҡатнашлығында, театр буйлап ҡыҙыҡлы экскурсия үткәреләсәк. Сәхнә артына, гримеркаларға үтеп, бөтә эш цехтарына кереп – театрҙы икенсе яҡтан күреү мөмкинселеге буласаҡ.
Ә инде сәғәт етелә сәхнәлә балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн "Төнгөлөккә әкиәт" - Михаил Бартеневтың "Бишкә тиклем һанайым" спектакле күрһәтеләсәк. Инеү бушлай!
Хөрмәтле тамашасыларыбыҙ! "Театр төнө" нә килмәй ҡалмағыҙ!!! Был матур байрамға барығыҙҙы ла саҡырып ҡалабыҙ!!!!

 

 

 

 



Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru