Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71


16, 17 ноябрҙә Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы Сибай, Баймаҡ ҡалаларына гастролдәр менән юллана. 

Театр һөйөүселәргә 16 ноябҙә иртәнге сәғәт 11.00 балалар өсөн А.Пушкиндың "Салтан батша хаҡында әкиәт"ен, көндөҙгө сәғәт 15.00 уҡыусылар өсөн наркоманияға ҡаршы З.Сөләймәновтың "Уйын тамам" драмаһын, киске сәғәт 19.00 татар драматургы Т.Миңнуллиндың «Әллә яңылыш, әллә яҙмыш» трагикомедияһын тәҡдим итәсәкбеҙ. Спектаклдәр А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә күрһәтеләсәк (Сибай ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 23).

17 ноябрҙә Баймаҡ ҡалаһына сығасаҡбыҙ. Халыҡ ижады үҙәгендә (С.Юлаев проспекты, 34) көндөҙгө сәғәт 12.00 балалар өсөн А.Пушкиндың "Салтан батша хаҡында әкиәт"ен уйнаһаҡ,  сәғәт 14.00 уҡыусылар өсөн наркоманияға ҡаршы З.Сөләймәновтың "Уйын тамам" драмаһын тәҡдим итәсәкбеҙ.

Барығыҙҙы ла Салауат башҡорт драма театры гастролдәренең спектаклдәрендә көтөп ҡалабыҙ!!!

 


Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru