Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

15, 16 февралдә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артистары ике көнлөк гастролдәре менән беҙҙә ҡунаҡта буласаҡтар.

15 феврәлдә - М.Фәйзи "Аҫылйәр", музыкаль комедия, 12+

Ҡуйыусы режиссер – Азат Йыһаншин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты

Рәссам – Альберт Нестеров, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре

Музыкаль биҙәүсе – Урал Иҙельбаев, Ш.Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты

Хореограф – Рәмиза Мөхәмәтшина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы

Был әҫәр саф һәм эскерһеҙ мөхəббəт хаҡҡында. Йәштәребеҙ тормошҡа еңел һәм яуапһыҙ ҡараған, ә хистәрҙе кеҫә ҡалынлығы менән генә иҫәпләгән ваҡытта, беҙ Һеҙҙе киреһенсә, егет менән ҡыҙҙың оло мөхәббәтенә шаһит булырға саҡырабыҙ.

Спектакль башланғанда ваҡиғалар йәтим малай һәм бай ҡыҙы тирәләй бара. Бай, бер ҡарауға сәйер тойолған был бәйләнешкә ҡаршы түгел, сөнки үҙен малайҙың атаһының үлемендә ғәйепле һанай. Уларҙың дуҫлығын бай ата-әсә балалыҡ шауҡымы тип кенә ҡабул итә. Көндәр үтә, ваҡыт һынауҙары үткән балалыҡ дуҫлығы ҙур тойғоға әүерелә. Тап шул саҡ ата-әсә уларҙың хистәрен томалар өсөн хәйләләр ҡора башлай ҙа инде. Мөхәббәт алдаҡ, мәкер кеүек кәртәләр ҡаршыһында ҡала. Оло һөйөү был кәртәләрҙе емерә алырмы һуң?

Ролдәрҙә: Резеда Әмәкәсева, Рафиҡ Хәсәнов, Фәниль Толоунғужин, Зөлфия Хәлилова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, Азамат Хәлилов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Фәим Әхмәтйәнов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ниса Бакирова, Башҡортостандың халыҡ артистаһы, Марат Зөбәйеров, Гөлйемеш Ибраһимова.

16 февралдә - Э.Йәһүҙин "Китмәҫкә килгән ҡошом", комедия, 12+


Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры Эсфир Йәһүҙиндың «Китмәҫкә килгән ҡошом» исемле комедияһын ҡарарға саҡыра!
Спектаклде ҡуйыусы режиссер – Башҡортостандың атҡазанған артисы Илдар Вәлиев.
Был комедия жанрындағы спектаклдә бик ғәҙәти сюжет ята. Кешелектең гүзәл яртыһы өсөн ҡатын-ҡыҙ бәхетен һәм тормош мәғәнәһен табыу проблемаһы – тулҡынландырғыс һәм актуаль булып тора. Беҙҙең арала үҙҙәренең һөйгән йәрен таба алмай интеккән яңғыҙ йөрәктәр бик күп. Был пьесаның төп геройҙары Зилиә менән Лилиә яңғыҙлыҡтан ҡотолор өсөн гәзиттәге «Ғаилә ҡороу» рубрикаһына мөрәжәғәт итергә мәжбүр булалар. Геройҙарҙың мөхәббәт, ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәт мажараларына ҡоролған был спектаклдә тамашасылар бер яҡтан тәгәрәп көлһә, икенсе яҡтан ундағы ваҡиғалар уларҙы тәрән уйланырға өндәй.
Тамашасыларҙы Рәсил Сынбулатов, Зөлфиә Халилова, Ләйсән Кәримова һәм Азамат Халилов кеүек яратҡан артистары менән мауыҡтырғыс осрашыу көтә.


Ҡәҙерле тамашасылар, тамашаға рәхим итегеҙ! Спектакль ысын байрамға әйләнер тип ышанып ҡалабыҙ!

 

 

 

Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru