Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

Салауат башҡорт дәүләт драма театры баш ҡалала ҡунаҡта! Өфө тамашасыһына театрыбыҙҙың иң шәп спектаклдәренең береһе, күренекле татар драматургы Туфан Миңнуллиндың "Шулай булды шул" комедияһын тәҡдим итәсәкбеҙ! Режиссеры Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Олег Ханов. Ҡуйыусы рәссамы-Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Альберт Нестеров. Композиторы – Ләйсан Шәрипова. Балетмейстеры, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты– Риф Ғәбитов.


"Шулай булды шул" спектакле беҙҙең театрҙа ун йыл дауамында бик уңышлы уйналып килә.
Бына шулай булды шул: берҙән бер көндө Алмаз үҙе лә күреп белмәгән ҡыҙға өйләнде лә ҡуйҙы... Боронғо йолалар ҡоло түгел егет. Былай ғына килеп сыҡты был хәл: армиянан өйөнә ҡайтышлай, дуҫының ата-әсәһен юл уңайынан күреп сығам тигәндә генә. Юл, тигәндәй... Шәп кенә машина бүләк итәм, тип һүҙ биргәйне теге ҡыҙҙың атаһы. Ғүмерен шул тимер атҡа алмаштырырға әҙер кешегә, етә генә ҡалды! Нимә булды һуң был – ябай осраҡлыҡмы, әллә яҙмыш бүләгеме? Егеткә үҙ йөрәген аңлап, өлөшөнә төшкән көмөшө - мөхәббәтен ҡулынан ысҡындырмаҫ өсөн күп кисерештәр аша үтергә тура килә...
Ябай ғына ауылдағы бик үк ябай булмаған ваҡиғаны һеҙгә һөйләйәсәктәр: артист Рафаэль Ғәйнуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Фәтих Ҡолһарин, Наҙгөл Иҫәнбаева, Науфилә Яҡупова, Яҡуп Шәрипов, Гөлфирә Сәфиуллина, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Миндулла Иҙрисов, Башҡортостандың халыҡ артистары - Риза Мәһәҙиев, Гөлшат Зыязетдинова, Гөлсәсәк Шәрипова һәм Рим Зыязетдиновтар.
23 мартта киске сәғәт етелә "Нур" татар дәүләт драма театры сәхнәһендә өфө тамашасыһын көтөп ҡалабыҙ!!! Барығыҙҙы ла театрыбыҙҙың иң шәп спектакленең береһенә саҡырабыҙ.

 

 

фотографии

Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru