Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

2016 йылдың 21 июнендә театрыбыҙҙың ветераны, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Фәйзрәхман улы Аминов үҙенең күркәм юбилейын ҡаршылай – уға 75 йәш.
Рим Әминов Салауат башҡорт дәүләт драма театрына Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас та килә. Шул ваҡыттан бирле ул Салауат сәхнәһендә төрлө ролдәр башҡара. Сәхнәгә, театрға ул бала сағынан уҡ ғашиҡ. Рим Әминовтың бала сағы һәм йәшлеге үҙешмәкәр осорона тура килә һәм башта балалар труппаһында, аҙаҡ йәштәр төркөмөндә һәм уҡытыусылар коллективы менән сәхнәлә байтаҡ тамашаларҙа ҡатнаша ул. Профессиональ сәхнә тураһында хыялланып йөрөгән ваҡытында гәзиттә сәнғәт училищеһына студенттар йыйыу тураһында иғлан күреп ҡала. Әлбиттә, күп уйлап тормай Өфөгә юллана, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, актерлыҡ факультетында уҡый башлай.
Салауатҡа килеп, 1970 йылда беренсе тапҡыр сәхнәлә Әнғәм Атнабаевтың "Балаҡайҙарым" спектаклендә Дамир ролен башҡара. Был осор шул тиклем күңелемдә уйылып ҡалған, беренсе улыма ла ошо тәүге персонажымдың исемен ҡуштым, ти ул. Артабан һәләтле һәм тырыш егеткә төрлө жанрҙағы төп һәм эпизодик ролдәр тапшыра башлайҙар. Ул тыуҙырған бөйөклөк тә, драматизм һәм комизм да, шәфҡәтлелек, тәбиғелек тә йәнәш. Мәҫәлән, "Башмағым"да Кәрим бай, бай тормош тәжрибәһе булған Кейәү ("Кейәү"), халҡымдың быуаттар аҡылын сағылдырған Абдулла ("Бабай урлау") һәм оҫта образдар Рамазан ("Упҡын ситендә"), Рәжәп ("Әбейҙәргә ни етмәй") һәм башҡалар. М.Задорновтың "Иреңде миңә бир" сатирик комедияһындағы Азат роле сәнғәт эшмәкәрҙәренең юғары баһаһына һәм тамашасылар һөйөүенә лайыҡ булды.


Рим Әминевтың һуңғы йылдарҙағы эштәре уның талантының юғары профессиональ кимәлдә булыуына дәлил. Ә.Яхинаның "Аҡҡошом минең" комедияһында Миңнулла, М.Фәйзиҙең "Ғәлиәбаныу"ында Бәҙри, М.Кәримдең "Салауат" драмаһында Каратель, И.Йомағоловтың "Нәркәс" трагикомедияһында Баембәт бей һәм башҡалар.
1989 йылда юғары ижади уңыштары өсөн Рим Әминов "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы", ә 1993 йылда "Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
Театр коллективы Рим ағай Аминов менән ғорурлана һәм ошо матур юбилей көнөндә уға иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер теләй!!!

 

                                      

 

 


Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru