Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

Театр һәр миҙгелгә, әлбиттә, ҙур, яҡты өмөттәр менән аяҡ баҫа. Салауат башҡорт дәүләт драма театрында ла ҙур пландар күҙ уңында тотола.
6 октябрҙә театр үҙенең 84-се яңы ижад миҙгелен күренекле татар драматургы Туфан Миңнуллиндың "Шулай булды шул" музыкаль комедияһы менән асып ебәрҙе. Был спектакль 10 йыл буйы сәхнәлә уйнала. Был матур ваҡиғаға әҫәрҙең режиссеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, М.Ғәфүри исем. Академия драма театры художество етәксеһе Олег Ханов та килде. Шулай уҡ был спектаклде беҙ 27 октябрҙә Өфө тамашамсыларына, Нур театры сәхнәһендә уйнаясаҡбыҙ.
Әлеге көндә театрҙа яңы премьераға әҙерлек бара. Беҙгә тағы ла Мәскәүҙән йәш режиссер Антон Федоров килде. Иҫегеҙгә төшөрөп китәбеҙ, ул үткән миҙгелдә М.Кәримдең "Ауыл адвокаттары" повесы буйынса "Ерҙәштәр" исемле әҫәрен уңышлы ҡуйғайны. Шуныһы ҡыуансылы, 17 октябрҙә беҙ Өфөлә актерҙар йортонда, Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзының йәштәр советы ойошторған "Йәштәр премияһы"нда  "Ерҙәштәр" спектакле буйынса "Иң яҡшы актерҙар ансамбле" номинацияһына лайыҡ булдыҡ.

 

 

 

Ә был юлы йәш режиссер беҙгә Василий Шукшиндың хикәйәләре буйынса "Шукшин" спектаклен тәҡдим итәсәк. Руссанан башҡорт теленә хикәйәлрҙе З.Исмәғилов исемендге Өфө сәнғәт институтының башҡорт теле уҡытыусыһы Саламатова Гөлсәсәк Дәүләтбәй ҡыҙы тәржемә итте. Әҫәрҙең йөкмәткеһенә, режиссерҙың уй-фекерҙәренә ҡарағанда спектакль бик тә ҡыҙыҡлы, фәһемле булырға уйлай. Әлбиттә, был ваҡиғаны түҙемһеҙлк менән көтәбеҙ. Премьера 4 ноябргә тәғәйенләнгән.
Шулай уҡ театрыбыҙҙа ошо арала ҡыуаныслы хәбәрҙәр булды, ул да булһа йәш артистарыбыҙ Револь Ғималовтың, Риф Мусиндың, Рафаэль һәм Рәмзиә Ғәйнуллинадарҙың ҡыҙҙары тыуҙы. Беҙ уларҙың ғаиләләренә именлек, һаулыҡ теләп ҡалабыҙ.
Шулай итеп, беҙҙең театр ҙур пландар менән йәшәй. Тамашасыларҙы 4 ноябрҙә "Шукшин" спектакленең премьераһына көтөп ҡалабыҙ..


Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru