Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

3,6,9,10 июндәрҙә иртәнге сәғәт 11.00, 14 июндә сәғәт 10.00, 11.30 Салауат башҡорт драма театры Михаил Бартеневтың "Бишкә тиклем һанайым..." пьесаһы буйынса балаларға музыкаль әкиәтенең премьераһын тәҡдим итә. Театр миҙгелен ябыуға ҡарамаҫтан, ижади труппа яңы спектаклдәр өҫтөндә эшләүен дауам итә. Сираттағы премьера йәйге каникул миҙгелендә һәм һауыҡтырыу лагерҙарында ял итеүсе мәктәпкәсә һәм кесе синыф уҡыусыларына ҡыуаныс бүләк итәсәк.


Был ҡыйыулыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ, тәккәберлек һәм ахмаҡлыҡ, ысын дуҫлыҡ хаҡында ҡыҙыҡлы тарих. Әкиәт геройҙары - урман йәнлектәре. Бөтә төп ваҡиғалар сихри яланда бара. Төп герой - оялсан ҡуян. Ул һылыу тейенде оҡшата. Шуға ла үҙен ҡыйыу итеп күрһәтергә теләй. Әммә быны нисек эшләргә? Килеп сығырмы икән?


Әкиәтте сәхнәгә ҡуйыусы режиссер - театрыбыҙҙың талантлы йәш артисы Рафаэль Ғәйнуллин. Костюмдар буйынса рәссам - Гүзәл Шәрәфиева, биҙәүсе рәссам - Лилиә Байғужина, композитор - Альбин Столяров, хореограф - Лилиә Зәйнышева.
Спектаклдә БР-ҙың атҡаҙанған артистары Нәүфилә Яҡупова, Фәтих Ҡолһарин, Гөлфирә Сәфиуллина, артистар Рафаэль Ғәйнуллин, Мирас һәм Нәркәс Йомағужиндар, Рөстәм Фазылов, Револь Ғималов, Риф Мусин, Радик Ғәлиуллин, Айһылыу Лоҡманова, Лиана Ниғмәтуллина ҡатнаша.

 

25 майҙа Бәҙәр Йосопова исемендәге актерҙар йортонда Рәсәйҙең театр эшмәкәрҙәре союзы үҙенең сафына яңы ағзалар ҡабул итте. Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Әхәт улы Абушахманов беҙҙең тетрҙан йәш артистарҙы, үҙенең 2006 йылғы сығарылыш уҡыусыларын -  Рафаэль Ғәйнуллинды, Мирас һәм Нәркәс Йомағужиндарҙы, Айһылыу Лоҡманованы, Риф Мусинды, шулай уҡ Радик Ғәлиуллин менән Рәмзиә Мәҡсүтованы ҡотлап, уларға рәсми ҡағыҙҙар тапшырҙы. Был матур сарала төрлө театр әһелдәре йәштәргә уңыштар, ижади бейеклектәр теләнеләр.

  

 

2016 йылдың 22 майында театрыбыҙҙың артисы Ринат Ибәтуллиндың күркәм юбилей көнө - 60 йәше. Театр коллективы ысын күңелдән ҡотлай һәм иң-изге теләктәрен еткерә.

Ринат Лотфулла улы Башҡортостандың Борай районындағы тарихта билдәле булған Салҡаҡ ауылында заманы өсөн ул осорҙоң ағымын яҡшы ғына тойомлап, һәүәтемсә генә донъя көтөп йәшәгән ғаиләлә тыуып үҫә. Ринат Ибәтуллин мәктәп йылдарында оркестрҙа контрабаста уйнай, мәктәп хорында йырлай, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Ринат Лотфулла улы 1977 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәниәт ағартыу училищеһын тамамлағандан һуң Салауат башҡорт дәүләт драма театрына эшкә ебәрелә. Йәш артист беренсе көндән үк бөтә көс менән, ихласланып эш башлай. Әлеге шул үҙенә булған талапсанлығы бер ҙә тынғы бирмәй - ситтән тороп  Өфө сәнғәт институтын да тамамлап ҡуя. "Драма театры һәм кино актеры" дипломын ҡулына ала.
Ринат Ибәтуллин төрлө пландағы актер. Салауат театры сәхнәһендә ул егерменән ашыу образ тыуҙырған ижади артист.  Уның таланты бигерәк тә Ф.Әсәновтың "Тол ҡатын"да - Ғәлимйән, К.Аҡбашевтың "Китмә, Рөстәм"дә - Рөстәм, А.Мағазовтың "Ҡоштар иртә китә" дә - Зарипов, Т.Миңнуллиндың "Әлмәндәрҙән Әлмәндәр"дә - Әлмәндәр образдарында асыла.
Ринат Лотфулла улы юғары профессиональ кимәлдә уҙғарылған музыкаль-мәҙәни сараларҙа һәр ваҡыт ҡатнашып килә. Интернат-мәктәптә балалар театрын булдырып, нисә йылдар шул уҡыусыларҙы конкурстарҙа еңеүсе итеп танытты. Мәҙәниәт йорттары сәхнәләренән салауаттарҙы илһамландырып торған "Илһам шишмәләре" эстрада-фольклор коллективының режиссеры булараҡ та ул һәр саҡта үҙ тамашасыһының яратҡан кешеһе булды. Бер нисә тапҡыр һүҙ һөйләү оҫталарының төбәк һәм республика кимәлендә уҙғарылған конкурстары дипломанты исеменә лайыҡ булды.

Тулыраҡ:

 

83-сө ижад миҙгелен ябыуға ҡарамаҫтан, артистар балалар өсөн М.Бартеневтың "Бишкә тиклем һанайым..." әкиәте өҫтөндә эштәрен дауам итәләр. Ҡуйыусы режиссер - Рафаэль Ғәйнуллин, ҡуйыусы рәссам - Лилиә Байғужина, костюмдар буйынса рәссам - Гүзәл Шәрәфиева, композитор - Альбин Столяров, хореограф - Лилиә Зәйнышева.

Михаил Бартеневтың әкиәт теле шул тиклем ябай, аңлайышлы, фәһемле, балаларға төрлө яҡлап таныш. "Бишкә тиклем һанайым..." әкиәтендә эскерһеҙ, яҡшы, шул уҡ ваҡытта үҙенә ышанып етмәгән, ҡурҡағыраҡ Ҡуян хаҡында һүҙ бара. Ул уңышлы урман йәнлектәре Тейен, Баҡа, Һуҡыр Сысҡан алдында үҙен ҡыйыуһыҙ тота. Улар менән дуҫлашыр өсөн батыр булыу кәрәк. Әммә Ҡуян ундайҙарҙан  түгел. Ул барыһына ла батыр булғансы, ысын дуҫ булыу мөһимерәк икәнен иҫбатлай.

Сағыу костюмдар, дәртле бейеүҙәр, матур йырҙар - барыһы ла ошо әкиәттә буласаҡ. Премьера көнө 2016 йылдың 3 июненә тәғәйенләнгән.

Ролдәрҙә: Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Нәүфилә Яҡупова, Гөлфирә Сәфиуллина, Фәтих Ҡолһарин, артистар Радик Ғәлиуллин, Мирас һәм Нәркәс Йомағужиндар, Риф Мусин, Айһылыу Лоҡманова, Лиана Ниғмәтуллина, Револь Ғималов, Рафаэль Ғәйнуллин.

 

Театр-тормош көҙгөһө. Был йәһәттән театр коллективы арҙаҡлы шәхес Мостай Кәрим әйтеп ҡалдырған "Театрҙың үҙ тамашасыһы, үҙ йөҙө һәм ижади ҡеүәте бар" тигән һүҙҙәренә тоғролоҡ һаҡлап, емешле ижад итергә тырыша.
Быйыл да артистар уңышлы эшләп, өр-яңы 3 спектакль ҡуйыуға иреште. Коллектив йыл дауамында арымай-талмай республиканың ҡала-райондарында, Ханты-Манси автономия округында, Силәбе өлкәһендә гастролдәрҙә булып, 30 меңдән ашыу тамашасы өсөн 177 спектакль менән сәхнәгә сыға.
Эйе, 83-сө миҙгел урындағы мәҙәниәт усағы йылъяҙмаһына күп кенә сағыу биттәр яҙҙы. Уларҙың барыһы менән дә артистар театр миҙгелен ябыу кисәһендә тамашасы, йәмәғәтселек менән ихлас уртаҡлашты. Сараға республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраков, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Әлфиә Тимербулатова һәм башҡа етәкселәр килгәйне.
Был көнгә тәғәйенләнгән М.Кәримдең "Ерҙәштәр" спектакле алдынан Шамил Фәил улы артистарҙы тәбрикләп, ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе.
- Ысынлап та, Салауат театрындағы был миҙгел үҙенең сағыу булыуы менән айырылып торҙо. Һеҙ сәнғәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре булараҡ, халыҡҡа рухи байлыҡ өләшеү бурысын лайыҡлы башҡараһығыҙ, - тине министр урынбаҫары.
Ул намыҫлы эшләп йөрөүсе актерҙар Ринат Ибатуллинға, Мирас Йомағужинға һәм Рәмзиә Ғәйнуллинаға министрлыҡтың Почет грамоталарын тапшырҙы. Шамил Абдраковтың бының менән генә ҡотлауҙары тамамаланманы. Ул ошо театрҙа эшләп йөрөүсе Ғәйнуллиндар ғаиләһенә өс бүлмәле фатир асҡыстарын да алып килгәйне. Рафаэль һәм Рәмзиә Ғәйнуллиндар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнгән "социаль ҡуртым" дәүләт программаһы буйынса ошондай бүләккә лайыҡ булды.
Ҡала хакимиәте лә тырыш хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләп, бер нисәһен билдәләп уҙҙы. Дилбәр Радик ҡыҙы ҡулынан Фәтих Ҡолһарин, Радик Ғәлиуллин, Револь Ғималов, Айһылыу Лоҡманова, Риф Мусин, Гөлшат Зыязетдинова, Лиана Ниғмәтуллина Рәхмәт хаттары алып ҡыуанды.
Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Әлфиә Тимербулатова 1993 йылдан тап Салауат театрында ғына йәшәп килгән матур йола "Йыл актеры" премияһы еңеүселәрен иғлан итте. Тамашасы һәм актерҙар өсөн тулҡынландырғыс минуттар! 83-сө ижад миҙгелендә ҡуйылған "Эх, Өфө ҡыҙҙары" спектаклендәге Майя роле өсөн Рәмзиә Ғәйнуллина һәм "Гөлкәйҙең бәхете"ндәге Гөлкәй ролен башҡарған Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Нәүфилә Яҡупова иң-иңдәре тип табылды.
Шулай итеп, алҡыштарға күмелгән бай ижад миҙгеле тарихта ҡалды. Киләсәктә лә олпат, ҙур коллективтың тағы ла яңы пландары һәм күтәреләһе үрҙәре алда әле.

Тулыраҡ:

Бай тарихлы Салауат башҡорт дәүләт драма театры Йылайыр һәм Хәйбулла райондарына гастролдәр менән сыға. Театр коллективы тамашасы күңеленә хуш килерҙәй, төрлө жанрҙа, юғары профессиональ кимәлдә ҡуйылған спектаклдәрен алып киләсәк. Шуныһы һөйөнөслө: төп ролдәрҙе башҡарыусы Йылайыр районы Сәлим ауылы ҡыҙы, театрҙың талантлы йәш артисткаһы - Рәмзиә Мәҡсүтова. Ул райондаштарын үҙенең матур сығыштары менән ҡыуандырасаҡ.

26 апрелдә – Юлдыбай,
27 апрелдә - Аҡъяр
28 апрелдә – Йылайыр,
29 апрелдә – Матрай
мәҙәниәт һарайҙарында:
сәғ. 12.00 - А.Пушкиндың "Салтан батша хаҡында әкиәт"(0+) балалар өсөн әкиәте,
сәғ. 15.00 - З.Сөләймәновтың "Уйын тамам"(12+) йәштәр өсөн наркоманияға ҡаршы ҡуйылған социаль драмаһы,
сәғ. 20.00 – И.Абдуллиндың "Эх, Өфө ҡыҙҙары"(12+) музыкаль комедияһы тәҡдим ителәсәк.

Драматург Ибраһим Абдуллиндың "Эх, Өфө ҡыҙҙары" комедияһын сәхнәләштереү салауаттарҙың элек-электән килгән дәрт-дарманына, сәмдәренә йәнә лә йән өрөп, уларҙы ҡабындырып ебәрә. Был әҫәрҙә театрҙың барлыҡ труппаһы уйнауы тамашаға айырым йәм өҫтәй. Һуғыш һәм тыл ветерандары иҫтәлегенә арналған спектакль башынан аҙағына тиклем Тыуған илгә һөйөү, дошманға нәфрәт тойғолары менән һуғарылған. Һуғыш шарттарында тыуған саф мөхәббәт, әрнеүле юҡһыныуҙар, киләсәккә хыялдар – барыһы ла тамашасыны көлөү аша тетрәндерә, уйланырға мәжбүр итә.
Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы режиссер – Зиннур Сөләймәнов, тамашаның балетмейстеры – Сулпан Асҡарова, композиторы – Илшат Яхин, рәссамы – Рөстәм Баймөхәмәтов.

Илата ла, йырлата ла торған матур биҙәлешле, сағыу костюмлы, йырлы-бейеүле спектаклдәргә дәррәү йөрөп, фекер алышып, күңелдәрегеҙгә ял алып ҡайтығыҙ! Рәхим итегеҙ!

Бөгөн театрҙа М.Кәримдең "Ерҙәштәр" премьераһына ҡағылышлы матбуғат конференцияһы уҙғарылды. Был сарала актерҙар Гөлшат Зыязетдинова (Башҡортостандың халыҡ артисткаһы), Рафаэль Ғәйнуллин, театрҙың баш режиссеры Зиннур Сөләймәнов, реклама бүлеге мөдире Радик Ғиззәтов һәм инсценировка авторы, ҡуйыусы режиссер Антон Федоров (Мәскәү ҡалаһынан) ҡатнашты. Хәбәрселәр төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙар биреп, тулы яуаптар алды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ПРЕМЬЕРА 10-11 мартта буласаҡ!!! Барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ!!! Билеттар иҫәпле генә ҡалды...

Талант ҡанаттары талмаһын!!!
Салауат башҡорт дәүләт драма театрының "Арлекин" балалар студияһы 2014 йылдың 17 октябрендә йәш актерҙар Радик Ғәлиуллин, Лиана Ниғмәтуллина, Гөлнара Сабитова ҡул аҫтында тәүге ҡанаттарын ҡаға. Бында 5-тән алып 14 йәшкә тиклемге һәләтле балалар һайлап алына. Улар илаһи сәнғәт йорто тупһаһын тәүтәпҡыр атлап үтеүҙән үк ижад донъяһына сума.
Студия етәкселәре малай-ҡыҙҙарға актерҙар менән бер рәттән ҙур сәхнәгә сығыу, артабан спектаклдәрҙә уйнау, төрлө фестивалдәрҙә һәм бәйгеләрҙә ҡатнашыу кеүек маҡсаттар ҡуя. Ошонан башлап арлекинсылар ҙур тырышлыҡ һәм ҡыҙыҡһыныу менән театрға ашҡына. Улар бер йыл ғына шөғөлләнеүҙәренә ҡарамаҫтан, бихисап сараларҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып та өлгөргән. Ошо кѳндәрҙә Ѳфѳлә үткән «Талант ҡанаттарында» исемле фестивалдә "Арлекин" балалар студияһы еңеүҙәр менән ҡайтты. Был мәртәбәле конкурсты Рәсәй балалары һәм үҫмерҙәренең һәләтен үҫтереүгә мѳмкинселек биреүсе «Таланттар планетаһы» фонды ойошторған. Сәнғәт бәйгеһендә күрше ѳлкәләрҙән һәм республикабыҙҙың күп кенә ҡала-райондарынан бихисап ижади коллективтар ҡатнашҡан.
"Арлекин" балалар студияһы күптән түгел генә Стәрлетамаҡта уҙған "Комедийная хоромина" фестивалендә беренсе дәрәжә дипломы һәм ике номинацияла еңеү менән бүләкләнгәйне. Әле килеп Халыҡ-ара кимәлдәге фестивалдә беренсе урын яулап ҡайтыуҙары һѳйѳнѳслѳ хәбәр булды. Улар мәртәбәле баһалама ағзаларына А.Гриндың "Алһыу елкән" повесы буйынса "Ассоль" этюдын күрһәткән. Әйткәндәй, яҡташтарыбыҙҙы Мәскәүҙән килгән билдәле сәнғәт әһелдәре, режиссерҙар, театр белгестәре ҡараған.
Еңеүселәр менән осрашыуға барғанда күҙҙәре янып торған балаларҙың шатлыҡтары йөҙөнә сыҡҡайны. Диана Шәрипова, Никита Мельников, Миләүшә Сәфиуллина, Альберт Хисмәтуллин, София Сургучева, Юстина Фенина, Дарья Сидорина, Рината Әхтәмова, Ангелина Андреева, Есения Бывальцева, Владислав Швыдский өсөн был ярыш яңы ҡанаттар ҡуйған. Уларҙың барыһын да етәкселәре Радик Ғәлиуллин бергә туплап, һәр кемдең һәләтен асып, хыялдарына ҡанат ҡуйып, сихри театр донъяһының серҙәрен төшөндөрөүгә ярҙам итә. Иң мөһиме ул ошо кескәй артистарҙың сәхнәлә тере образдар тыуҙыра алыуға өлгәшә. Студия етәксеһе билдәләүенсә, яҡын арала улар өр-яңы спектакль әҙерләп, тамашасы хөкөмөнә сығарырға әҙерләнә. Салауаттың талантлы балаларына артабан да юғары үрҙәр, ижади уңыштар теләйбеҙ.

Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru