Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

24 – 27 октябрҙә "Етегән" Хакас драма һәм этник музыка театры Башҡортостан Республикаһына ҙур гастролдәр менән сыға. Улар "Рәсәй культураһы" федераль программаһы йүнәлешендә грант алып, иң шәп спектаклдәре менән Стәрлетамаҡ, Күмертау, Салауат, Ишембай ҡалаларына юлланасаҡ.

 26 октябрҙә салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә Хакас театры артистары П.Ойунскийҙың «Хыялый Муҡлай» спектаклен тәҡдим итәсәктәр. Был әҫәр бик күп фестивалдәрҙә ҡатнашып, төрлө номинацияларҙа еңеп сыҡҡан.

Ҡуйыусы режиссеры – СЕРГЕЙ ПОТАПОВ, Саха (Яҡутия)
Хакас теленә тәржемәсе – АЛЕКСАНДР КОТОЖЕКОВ
Музыкаль яҡтан биҙәүсе – ОЛЕГ ЧЕБОДАЕВ

Тулыраҡ:

Театр һәр миҙгелгә, әлбиттә, ҙур, яҡты өмөттәр менән аяҡ баҫа. Салауат башҡорт дәүләт драма театрында ла ҙур пландар күҙ уңында тотола.
6 октябрҙә театр үҙенең 84-се яңы ижад миҙгелен күренекле татар драматургы Туфан Миңнуллиндың "Шулай булды шул" музыкаль комедияһы менән асып ебәрҙе. Был спектакль 10 йыл буйы сәхнәлә уйнала. Был матур ваҡиғаға әҫәрҙең режиссеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, М.Ғәфүри исем. Академия драма театры художество етәксеһе Олег Ханов та килде. Шулай уҡ был спектаклде беҙ 27 октябрҙә Өфө тамашамсыларына, Нур театры сәхнәһендә уйнаясаҡбыҙ.
Әлеге көндә театрҙа яңы премьераға әҙерлек бара. Беҙгә тағы ла Мәскәүҙән йәш режиссер Антон Федоров килде. Иҫегеҙгә төшөрөп китәбеҙ, ул үткән миҙгелдә М.Кәримдең "Ауыл адвокаттары" повесы буйынса "Ерҙәштәр" исемле әҫәрен уңышлы ҡуйғайны. Шуныһы ҡыуансылы, 17 октябрҙә беҙ Өфөлә актерҙар йортонда, Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзының йәштәр советы ойошторған "Йәштәр премияһы"нда  "Ерҙәштәр" спектакле буйынса "Иң яҡшы актерҙар ансамбле" номинацияһына лайыҡ булдыҡ.

 

Тулыраҡ:

 

Салауат башҡорт дәүләт драма театры Туймазы ҡалаһына гастролдәр менән сығырға әҙерләнә.  

19 октябрҙә Туймазы татар дәүләт драма театры сәхнәһендә татар драматургы Туфан Миңнуллиндың  "Әллә яңылыш, әллә яҙмыш"(16+) трагикомедияһын тәҡдим итәсәкбеҙ.  Спектакль башҡорт телендә, урыҫ теленә синхрон тәржемә тәьмин ителә. Башлана киске сәғәт 19.00. Билет хаҡы 200 һум.

Шулай уҡ, йәштәр өсөн, наркотиктарға ҡаршы З.Сөләймәновтың «Уйын тамам» (16+) социаль драмаһын күрһәтәсәкбеҙ. Спектакль урыҫ телендә. Билет хаҡы 100 һум.

Т.Миңнуллин "Әллә яңылыш, әллә яҙмыш"

З.Сөләймәнов "Уйын тамам"

 



1 октябрь, шәмбе көнө, ғәҙәти булмаған күренеш күптәрҙе аптырауға төшөргәндер. Алдан юл-патруль хеҙмәте ҡысҡырып бара, уның артынан - велосипедсылар сафы һуҙылған. Был көндө веломиҙгелде ябыу һәм театр миҙгелен асыуға арналған "Велосипедта ял" тип аталған сара уҙҙы. Уны Салауат башҡорт дәүләт драма театры ҡала хакимиәте ярҙамы менән ойошторҙо. Йәмғеһе 300-ҙән ашыу кеше йыйылды. Шуныһы ҡыуаныслы, олоһо ла, кесеһе лә ихлас ҡатнашты. Тимәк, кешеләр сәләмәт тормошҡа ынтыла, ялын файҙалы итеп үткәрергә тырыша. "Газпром нефтехим Салауат" йәмғиәте, Салауат һыу каналы, Трамвай идаралығы, Яңы салауат ТЭЦ-ы, 21-се мәктәп, "Йәштәш" клубы айырыуса әүҙемлек күрһәтте. Тамашаны ситтән күҙәтеүселәрҙең йөҙҙәрендә лә йылмайыу балҡыны. "Афарин! Ҡайһылай шәптәр!" тигәнерәк һүҙҙәр ишетелде.

Тулыраҡ:

Йәй айҙары башланһа, йәшәйеш бер аҙға туҡтап ҡалғандай була: балаларҙың каникулы башлана, театр үҙ миҙгелен яба, эштәге кешеләр ҙә отпускаһын ошо матур мәлдә алып ҡалырға тырыша. Ә көҙөн, киреһенсә, бар ғәләм йоҡонан уянғандай тойола. Мәктәп ишектәре ҡолас йәйеп үҙ уҡыусыларын ҡаршы алһа, театр ҙа тамашасыларын ҡыуандырырға ашыға. Шишәмбе бөтә республика буйынса "Театр төнө" үтте. Мәҙәни сарала 20-нән ашыу коллектив ҡатнашты. Бөтә Рәсәй акцияһына беҙҙең ҡала ла әүҙем ҡушылды. Быйыл ул Кино йылына арналды һәм "Төнгөлөккә әкиәт" девизы аҫтында уҙҙы.

Тулыраҡ:

 

 

27 сентябрҙә Салауат башҡорт дәүләт драма театры «Театрҙар төнө» мәҙәни акцияһын "Төнгөлөккә әкиәт" девизы аҫтында уҙғарасаҡ.

Тамашасылар иғтибарына киске сәғәт биштә, театр бинаһы алдында, ҡул эштәре оҫталарының йәрминкәһе, йәш рәссамдарҙың күргәҙмәһе тәҡдим ителәсәк. Ә балалар өсөн аквагрим, батут, буфет, әкиәт геройҙары менән бергә флешмоб планлаштырылған.
Һуңынан театрҙың фойеһына үтеп, төрлө спектаклдәргә эшләнгән бик ҡыҙыҡлы бутафория әйберҙәре, сәхнә декорациялары, париктар, иҫ киткес матур костюмдар, тарихи фотоларҙы күрергә була. Театр төнөнә килгән һәр бер кеше үҙенең яратҡан артисының автографын алып, уның менән фотоға төшә аласаҡ.

Тулыраҡ:

 


Театр һәм велосипед. Был ике төшөнсә араһында ниндәй уртаҡлыҡ булһын? Бар икән шул: икеһен бергә ҡушһаң, физик яҡтан һау, рухи яҡтан бай, сәләмәт тормош рәүеше алып барған кеше килеп сыға. Салауат башҡорт дәүләт драма театры, ҡала хакимиәте ярҙамында, 1 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә "Велосипедта ял" исемле масштаблы мәҙәни-спорт сараһын ойоштора. Был байрам веломиҙгелде ябыу һәм яңы 84-се ижад миҙгеленең яҡынлашып килеүенә арнала.

Тулыраҡ:

 

Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы һәм ҡала йәмәғәтселеге ҙур юғалтыу кисерҙе. 2016 йылдың 21 авгусында Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, сәхнә ветераны, тырышлығы һәм таланты менән хеҙмәттәштәрен һоҡландырып йәшәгән Риф Имам улы Мозаһитов беҙҙең аранан китеп барҙы. Бөгөн театрҙа артист менән хушлашыу уҙғарылды. Гражданлыҡ йыназанаһына уның яратҡан ғаиләһе, туғандары, тоғро дуҫтары, төрлө театрҙарҙан килгән хеҙмәттәштәре һәм ябай тамашасылар килде. Улар барыһы ла Риф Имам улы хаҡында матур һүҙҙәр, яҡты иҫтәлектәр һөйләнеләр. Театр йолаһы буйынса, сәхнә оҫтаһын һуңғы юлға алҡыштар менән оҙаттылар.

Тулыраҡ:

 

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Закир улы Хановты күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һеҙҙең ғүмер юлығыҙ сағыу ижад һәм сәйәси ваҡиғаларға бай. Һеҙ үҙегеҙҙең ошо тос емешле тормошоғоҙ менән башҡаларҙың йәшәйешенә йәм, бәхет, шатлыҡ, дәрт өҫтәйһегеҙ. Ғүмерегеҙҙең һәр йылын фиҙәҡәр, илһамлы хеҙмәт менән матур эҙ ҡалдырып үтәһегеҙ. Шуға ла бөгөн Һеҙ, республикабыҙҙа ғына түгел, илебеҙҙә лә оло ихтирам, һөйөү, абруй яулаған әһелдәрҙең береһе.
Театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән емешле хеҙмәтегеҙ Хөкүмәтебеҙ тарафынан да баһаланмай ҡалманы - "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исемдәрегеҙ, һанап бөткөһөҙ дәрәжәләрегеҙ ошо турала һөйләй.

Тулыраҡ:

 

Рәсәйҙә кино йылы сиктәрендә, ҡала администрацияһы ярҙамында, инде ярты йыл дауамында театрыбыҙҙың ветерандары һәм әлеге көндә эшләп килгән артистарыбыҙ нәфис фильмдә төшәләр. Уның исеме әлегә сер итеп һаҡлана, тик уның социаль темаға, ҡарттар һәм уларҙың яңғыҙлыҡтары хаҡында булыуы билдәле.  Фильмдың режиссеры Рәүил Хәкимов әйтеүенсә: "-Уйлауымса, был тарих күптәргә яҡын һәм ҡыҙыҡлы буласаҡ. Төп геройҙар ябай тел менән үҙҙәренең үткән тормошо, яҙмыштары хаҡында һөйләйҙәр".

Тулыраҡ:

Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru