Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

20 майҙа көндөҙгө сәғәт 12-лә "Велосипедта ял-2017" исемле сара уҙасаҡ. Уны Салауат башҡорт дәүләт драма театры ҡала хакимиәте ярҙамы менән икенсе йыл ойоштора. Был сара веломиҙгелде асыу һәм театр миҙгелен ябыуға арналған. Былтыр 300-ҙән ашыу кеше йыйылды. Шуныһы ҡыуаныслы, олоһо ла, кесеһе лә ихлас ҡатнашты. Тимәк, кешеләр сәләмәт тормошҡа ынтыла, ялын файҙалы итеп үткәрергә тырыша. "Газпром нефтехим Салауат" йәмғиәте, Салауат һыу каналы, Трамвай идаралығы, Яңы салауат ТЭЦ-ы, 21-се мәктәп, "Йәштәш" клубы айырыуса әүҙемлек күрһәтте. Тамашаны ситтән күҙәтеүселәрҙең йөҙҙәрендә лә йылмайыу балҡыны. "Афарин! Ҡайһылай шәптәр!" тигәнерәк һүҙҙәр ишетелде.

Велосипедта йөрөү менән генә көн тамамланмаясаҡ. Театр алдында дәртле йыр-бейеүҙәрҙән торған концерт буласаҡ. Приздар ҙа уйнатыласаҡ. 

Тулыраҡ:

 

20 апрелдән 26-на тиклем Өфөлә Башҡорт АССР-ы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған «Театр яҙы» Республика фестивале уҙа һәм уның төп маҡсаты булып театрҙарҙың ижади инициативаһын күтәреү, ижади шәхестәр үҫешенә булышлыҡ итеү, театр сәнғәтен пропагандалауҙы әүҙемләштереү, иң яҡшы ижади эштәрҙе билдәләү тора. Фестивалдә Башҡортостандың барлыҡ профессиональ театрҙары ҡатнаша һәм улар башҡорт милли драматургияһы буйынса спектаклдәр тәҡдим итәсәктәр.
20 апрелдә Салауат Башҡорт дәүләт драма театры Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы буйынса ҡуйылған «Ерҙәштәр» спектакле менән фестивалде асып ебәрәсәк. Ҡуйыусы режиссеры, повестың инсценировка авторы, яҡташыбыҙ-Антон Федоров. Әлеге көндә ул Мәскәүҙә бик уңышлы эшләп йөрөй. Был әҫәр йәш белгестең режиссер булараҡ иң тәүге эше булып тора. 2016 йылда «Ерҙәштәр» спектакле бик мауыҡтырғыс, фәлсәфәүи, заманса яңғырашлы, яңы алымдар менән ҡуйылған сәхнә әҫәре булып халыҡ тарафынан йылы ҡабул ителде. Режиссерҙың спектаклде ҙур яуаплылыҡ тойоп ижад итеүе юҡҡа булманы: 2016 йылда "Алтын битлек" бөтә Рәсәй милли театраль премияһы фестивалендә "Ерҙәштәр" спектакле иң һиҙелерлек (long-list) спектаклдәрҙең исемлегенә керҙе. Шулай уҡ был спектакль БР-ның Театрҙар эшмәкәрҙәре союзы тарафынан "Актерҙар ансамбле" номинацияһында диплом менән билдәләнеп үтте.

Тулыраҡ:

2017 йылдың 20-26 апрелендә Өфөлә М.Ғафури исем. БАДТ нигеҙендә "Театр яҙы" фестивале ойошторола. Республиканың мәҙәниәтен үҫтереү, театрҙарҙың дуҫлыҡ ептәрен нығытыу,актерҙарға һәм тамашасыларға байрам ойоштороу - фестивалдең төп маҡсаттары булып тора. Быйыл фестиваль милли драматургияға бағышлана. Ойоштороусылар - БР-ның Мәҙәниәт министрлығы, БР-ның Театрҙар эшмәкәрҙәре союзы.

Тулыраҡ:

13 һәм 14 апрелдә Өфөлә Салауат башҡорт дәүләт драма театры гастролдәре уҙасаҡ. 5 апрель иртәнге сәғәт 11.00 М.Ғафури исем. БАДТ бинаһында был ваҡиғаға ҡағылышлы матбуғат конференцияһы буласаҡ. 

Журналистарҙың һорауҙарына яуап бирергә, театр тормошо, гастролдәр, киләсәктәге пландар хаҡында һөйләргә Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Нәүфилә Яҡупова, йәш актриса Лиана Ниғмәтуллина һәм театрыбыҙҙың ижади коллективтың етәксеһе Рөстәм Фазылов.

Тулыраҡ:

 

25 мартта Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаэль Сәлихов арабыҙҙан китте. 11 апрелдә уға 85 йәш тулыр ине...
Рафаэль Ғирфан улы Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында тыуған. Башҡорт театр-сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң, Ауырғазы колхоз-совхоз театрына эшкә ебәрелә. 1956 йылда Салауат ҡалаһына күсерелә. Ул 53 йыл ғүмерен ошо коллективҡа бағышлап, әллә күпме сағыу образдар ижад итә. Лирик-романтик пландағы актер, башлыса, төп ролдәрҙе башҡара. Быға уның моңло тауышы ла булышлыҡ иткәндер. «Ғәлиәбаныу»ҙағы Хәлил, «Зәңгәр шәл»дәге Булат, «Аршин мал алан»дағы Аскер, «Ҡара йөҙҙәр»ҙәге Закир һәм башҡа әллә күпме образдары менән тамашасы һөйөүен яулай. Тап өшө йүнәлештәге тырыш хеҙмәте уны алдынғы артистар рәтенә сығара, танылыу яулата.

Тулыраҡ:

Салауат башҡорт дәүләт драма театры баш ҡалала ҡунаҡта! Өфө тамашасыһына театрыбыҙҙың иң шәп спектаклдәренең береһе, күренекле татар драматургы Туфан Миңнуллиндың "Шулай булды шул" комедияһын тәҡдим итәсәкбеҙ! Режиссеры Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Олег Ханов. Ҡуйыусы рәссамы-Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Альберт Нестеров. Композиторы – Ләйсан Шәрипова. Балетмейстеры, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты– Риф Ғәбитов.

Тулыраҡ:

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 85 йыллыҡ юбилейына арналған видеоконкурста беҙҙең артистарыбыҙ ҙа ҡатнаштылар. Сарала бөтә республика әүҙем ҡатнашҡан,редакция хеҙмәткәрҙәре меңдән ашыу видоеяҙма ҡабул иткән. Әлбиттә,улар араһынан иң-иңдәрен һайлап алыу жюри ағзаларына еңел булмағандыр.

Тулыраҡ:

Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары билдәле сит ил авторы Рей Куниҙың  "№13" исемле комедияһы өҫтөндә эш башланылар.

Ҡуйыусы режиссер - Эдуард Шахов, рәссам – Нурия Ғәбиҙуллина (Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы), хореограф – Алина Мостаева.

Урыҫ теленә Михаил Мишин, башҡорт теленә Гөлнара Хәлфитдинова тәржемәһе.

Тулыраҡ:

15, 16 февралдә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артистары ике көнлөк гастролдәре менән беҙҙә ҡунаҡта буласаҡтар.

15 феврәлдә - М.Фәйзи "Аҫылйәр", музыкаль комедия, 12+

Ҡуйыусы режиссер – Азат Йыһаншин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты

Рәссам – Альберт Нестеров, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре

Музыкаль биҙәүсе – Урал Иҙельбаев, Ш.Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты

Хореограф – Рәмиза Мөхәмәтшина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы

Тулыраҡ:

8-9 февралдә Салауат башҡорт дәүләт драма коллективы ике көнлөк гастролдәре менән Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенә юлланасаҡ. С 8 по 9 февраля коллектив Салаватского государственного башкирского драматического театра посетит г.Стерлитамак с гастролями в Стерлитамакском государственном театрально-концертном объединении.
8 февраль
13.00 З.Сөләймәнов «Три поросенка» – урыҫ телендә балалар өсөн әкиәт (100 һум) 0+
19.00 И.Абдуллин «Эх,Өфө ҡыҙҙары!» - музыкаль комедия  (200 һум) 12+
9 февраль
13.00 З.Сөләймәнов «Три поросенка» – урыҫ телендә балалар өсөн әкиәт (100 һум) 0+
19.00 В.Шукшин «Шукшин» - хикәйәләр (200һум) 12+

Тулыраҡ:

Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru